Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
28 Август 2018, 12:14

Сидоровкалар йәшәйешен проект ярҙамында яҡшырта

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләренең, райондарының һәм ҡалаларының көнүҙәк проблемаларын бергәләп хәл итеүгә йүнәлтелгән.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләренең, райондарының һәм ҡалаларының көнүҙәк проблемаларын бергәләп хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Сидоровка ауылында «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә һыу сығанағынан ауылға ингән һыу торбалары алыштырыла.
– “Реаль эштәр” проектына ҡушылыу һәм ауыл тормошон яҡшыртыу өсөн йүнәлтелгән проект халыҡ йыйылышында һайланды. Сидоровкалар өсөн һыу мәсьәләһе көнүҙәк проблема булып тора. Үткән йылда өйҙәргә һыу үткәреү эше башҡарылды. Әммә һыу сығанағынан алып ауылға ингән торбалар иҫкергәнгә, уларҙы алыштырыу проблемаһы тора ине беҙҙең алда. Проект ярҙамында был эштәрҙе лә тиҙ арала хәл итергә ниәтләйбеҙ, – ти Үрге Ғәле ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таһиров.
Был эштәрҙе шәхси эшҡыуар А.Бусарев башҡара. Әле ике аҙна эсендә планлаштырылған эштәрҙең яртыһы тамамланыуға бара. Бөтәһе 820 метр торбаны алыштырыу ҡаралған. Ә бына яңыртылған һыу торбаларын файҙаланыуға сентябрҙә тапшырырға ниәтләйҙәр. Был проблеманы хәл итеүҙе халыҡ дөйөм йыйылышта үҙе һорап мөрәжәғәт иткәйне.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Б.СОЛТАНОВ фотоһы.
Читайте нас: