Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
30 Август 2018, 18:43

Көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә

Аҙнаның яҡшы хәбәрҙәренә Үркәс ауыл биләмәһендә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау програмамаһы”на ярашлы, халыҡты йөрөтөү өсөн техника алыуҙарын да индерергә була.

Аҙнаның яҡшы хәбәрҙәренә Үркәс ауыл биләмәһендә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау програмамаһы”на ярашлы, халыҡты йөрөтөү өсөн техника алыуҙарын да индерергә була.
УАЗ-452 автомобиле базаһындағы ете урынлыҡ яңы фургон менән Үркәс ауыл биләмәһе халҡы район үҙәгенә дауаханаға, күп функциялы үҙәккә һәм башҡа инстанцияларға йөрөй хәҙер. Быға тиклем еңел машина яллап йөрөгән халыҡ өсөн үҙ көстәре менән алған фургонда килеү уғата кинәнесле.
Әйткәндәй, Ҡыҙҙар-Биргән ауылы халҡы ауыл тормошон яҡшыртыу өсөн күп көс һала. Шундай миҫалға “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыуын һәм мөһим проекттар һайлауҙарын килтерергә мөмкин. 2018 йылда программала ҡатнашыу өсөн 7 проект тәҡдим ителгән. Улар араһында шул уҡ программа ярҙамында алынған янғын һүндереү машинаһына гараж төҙөү, ҡәберлек ҡоймаларын яңыртыу кеүек тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Әммә күпселек халыҡ тауышы менән ауыл халҡының ихтыяжына тотоноу өсөн техника алыу проекты өҫтөнлөк ала.
– Техника «Өфө-Ладья» ЯСЙ-һы тарафынан килтерелде. Халыҡтан 68 мең һум аҡса йыйылды. шәхси эшҡыуар Р.К.Ҡужабаев проектты тормошҡа ашырыу өсөн 25 мең һум аҡсалата ярҙам күрһәтте. Үркәс ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан был суммаға 99 мең һум ҡушылһа, ҡалған 450 мең һумы республика бюджетынан бирелде. Г. М. Ғәйнуллина, Х. М. Ишбулатова, Ф.Ф. Ишбулатова, Ш.С. Мәзитова һәм Р.А. Йәнгировалар составындағы инициатива төркөмө яҡшы эш күрһәтте. Тиҙ арала кәрәкле сумманы йыйҙы һәм документтарҙы әҙерләне. Хәҙер, ҡыуанысҡа күрә, район үҙәгенән иң алыҫта урынлашҡан ауылдарҙың береһе Ҡыҙҙар-Биргәндә бер проблемаға әҙерәк булды, – ти Үркәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөлфирә Карам ҡыҙы Ҡужабаева.
Тағы ла шуныһы мөһим, үркәстәр урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында бишенсе тапҡыр ҡатнаша һәм иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итерҙәй проекттарҙы хуплап сыға. Үҙҙәре билдәләүенсә, алдағы йылдарҙа ла был программа ярҙамында башҡа мәсьәләләрҙе лә хәл итәсәктәр әле.
Г.ТАҺИРОВА.
Читайте нас: