Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғынға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы булып уҙҙы. Унда көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә йылытыуға әҙерлек һәм йылытыу миҙгеле ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында һөйләшеү булды. Ултырышты район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин алып барҙы.
Муниципаль район алдында торған төп бурыстарҙың береһе – район территорияһында эшләгән барлыҡ объекттарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерлек һәм һыу, электр, газ менән йылытыуҙы тәьмин иткән ҡаҙанлыҡтарҙың техник торошон көйләү.
Быйыл белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында йылытыу ҡаҙандары алмаштырылды һәм электр энергияһы сығымын кәметеүгә булышлыҡ итерҙәй заманса, ҡеүәтле насостар ҡуйылды. Күп кенә ойошмаларҙа объекттарҙы йылытҡан насостар ҙа алмаштырылды. Унан башҡа, ағымдағы ремонт барышында, мәктәптәрҙең спорт залдарында йылытыу торбалары йүнәтелде
Ултырышта электр менән тәьмин итеү ойошмалары етәкселәре йәйге миҙгелдә башҡарылған эштәргә отчет яһаны: Йылайыр ауылының һәм бер нисә ауылдар урамдарында электр сымдары, ауылдарҙан ситтәге электр бағаналары алыштырылған. Үрге Ғәле ауыл биләмәһендә һыу торбаларын алыштыру эштәре тамамланыуға бара.
Ултырышты йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы ойошма етәкселәренә объекттарҙы көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү буйынса эштәрҙе тамамлау: ҡаҙанлыҡ эшселәрен уҡытыу һәм аттестациялау, ҡаҙанлыҡтарҙың йылытыу миҙгеленә әҙерлеген тикшереү бурысын ҡуйҙы.