Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
29 Октябрь 2018, 17:53

Ауылдарҙа тормош һүнмәһен, тип

Юлдыбай – гөрләп торған ауылдарҙың береһе. Ундағы халыҡ тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, мәҙәниәт-ял үҙәге һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Күп кешене эш менән тәьмин иткән Урал аръяғы агроинженерия колледжы ла ошонда урынлашҡан.

Юлдыбай – гөрләп торған ауылдарҙың береһе. Ундағы халыҡ тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, мәҙәниәт-ял үҙәге һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Күп кешене эш менән тәьмин иткән Урал аръяғы агроинженерия колледжы ла ошонда урынлашҡан.
Былар бөтәһе лә халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға хеҙмәт итә. Ауыл халҡының алдынғы ҡарашлы булыуын юлдыбайҙарҙың бишенсе йыл рәттән ғәмәлгә ашырылып килгән урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнашыуҙарынан да күрергә була. Мәҫәлән, былтыр 2018 йылға проект һайлағанда ла халыҡ иң киҫкен проблемаларҙы хәл итерлек проекттар тәҡдим итте. Шулар араһынан Юлдыбай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндереү проекты күпселек тауыш менән үтте.
– Урындағы баш-ланғыстарҙы яҡлау прог-раммаһында йыл да ҡатнашып киләбеҙ. Уның ярҙамында күп кенә проекттар бойомға ашырылды. Былтыр ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндереү проекты юҡҡа ғына һайланманы, ул күптән етди ремонт талап итә ине инде. Бөгөнгө көндә бина тыштан тулыһынса яңыртылды. Беренсе ҡаттың тәҙрәләре, ишектәре алыштырылды. Хәҙерге ваҡытта эстә кабинеттарҙы штукатурлау, буяу кеүек эштәр бара. Килеп сыҡһа, ноябрь аҙағына халыҡты яңыртылған ФАП ҡабул итәсәк, – тип һөйләй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлай Ғәйнетдин улы Исәкәев.
Проект конкурс комис-сияһы аша үткәс, подрядсы эҙләү бурысы торҙо. Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан тендерҙа ҡатнашҡан подрядсылар араһынан үҙебеҙҙең Юлдыбайҙан шәхси эшҡыуар Айытҡолов Юлайҙы һайланыҡ. Әлеге ваҡытта эшҡыуар менән бергә был бинала тағы ла өс эшсе эшләй.
Ауыл биләмәһе башлығы билдәләүенсә, шәхси эшҡыуар Ю.Айытҡолов бинаға һыу һәм канализация үткәреү бурысын да үҙ өҫтөнә алған.
“Киләһе йылға урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу өсөн алдан уҡ ауыл биләмәһе активы, ауыл депутаттары менән йыйылыш үткәрҙек. Ундағы тәҡдимдәр шулай уҡ иҫәпкә алынасаҡ. Әммә әлеге ваҡытта биләмә өсөн күберәк файҙа килтерерлек проектты һайлап алыу өсөн халыҡ фекерен белеү ҙә фарыз. Шуға ла анкета һорауҙарына яуап алыу бара”, – тип өҫтәне Ю.Ғ.Исәкәев.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Читайте нас: