Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
8 Ноябрь 2018, 19:33

Ер бөтәһен дә күтәрә. Әммә...

Һаҡмарыбыҙ һәр саҡ таҙа булһын өсөн, беренсенән, таҙалыҡты уның ҡушылдыҡтарынан – бәләкәй йылғаларҙан башларға кәрәк. Ауылыбыҙҙың булған бысрағы урамдар араһынан аҡҡан ана шул бәләкәй йылғалар буйлап ағып төшә бит Һаҡмарға. Икенсенән, яҙғы ташҡын, ҡар һыуҙары ла юлындағы барлыҡ бысраҡты ағыҙып алып китмәһен өсөн, экологик өмәләрҙе яҙ сыҡҡас түгел, көҙҙән башҡарып ҡуйыу күпкә отошлораҡ булыуын күптәр аңламай. Шуны иҫтә тотоп, “Таҙа Һаҡмар” акцияһын дауам итеү ниәтендә мин, ошо юлдарҙың авторы, 1-се Май, Колхоз урамдары округы буйынса ауыл Советы депутаты Юлай Заһит улы Юлдашев менән һөйләшеп-кәңәшләшеп, ауылдың дүрт урамы аша ағып, Һаҡмарға ҡойған Ҡарагөрән йылғаһы буйын таҙартыу буйынса экологик өмә үткәрергә ҡарар иттек.

Урамдарҙың артҡы яғынан аҡҡан был йылға йәй буйына сүп-сарға бата. Йорт-ҡуранан йыйылған ҡалдыҡтарын йылғаға сығарып түгеүселәр ҙә юҡ түгел. Кәртә-ҡура артынан аҡҡан был йылғаға серегән ҡойма ағастарын да ташлайҙар. Йылға буйында бура бураусылар ҙа табылып ҡына тора. Уларҙың артынан ағас ҡалдыҡтары, бысҡы онтағы, тап-топ йыйыштырылмай ятып ҡала.
Ситтә эшләп йөрөһә лә, депутатыбыҙ Ю.З.Юлдашев ялға ҡайтҡан арала өмә ойошторорға ваҡыт тапты һәм октябрь айының сыуаҡ бер көнөндә уның етәкселегендә өмәгә сыҡтыҡ. Күмәгерәк булырбыҙ тип уйлағайным, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өмә минең менән Юлайҙан башҡа, тағы ла ике кешегә генә – оло йәштәге Кинйәбулат ағай Моталлапов менән Айбулат Мәҡсүтов исемле егеткә генә кәрәк булып сыҡты. Ярай, аҙ булһаҡ та байтаҡ эш эшләнек: ауыл уртаһындағы күперҙән алып Һаҡмар йылғаһына тиклемге араны сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Йылғаны быуып ятҡан ҙур ағас ҡалдыҡтарын ир-егеттәр хатта бензобысҡы менән бысып тейәргә мәжбүр булды. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип юҡҡа әйтмәйҙәр шул! Ике сәғәт тирәһе тырышып эшләгәйнек, йылға буйы күҙгә күренеп йәмләнеп ҡалды. Ағас һәм башҡа көнкүреш ҡалдыҡтарын Юлай Юлдашевтың ҙур йөк машинаһына көскә һыйҙырып тейәп, тейешле урынға оҙаттыҡ.
Асыҡ йөҙлө, кешеләр менән һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булған Юлай Заһит улының тағы ла бер изге эшен яҙып үтмәһәм, яҙыҡ булыр төҫлө. Ҡарагөрән йылғаһы яры ситенән урғылып сығып ятҡан тәбиғи ҡоҙоҡтоң яҙмышына ла битараф ҡалмағайны ул. Күпме быуын халҡы был ҡоҙоҡтоң көмөштәй таҙа һыуын эсеп, тәндәренә сихәт алғандыр. Был ҡоҙоҡ һуңғы ваҡытта тәрбиә күрмәгәнлектән, тирә-йүнен бысраҡ баҫып, ташландыҡ хәлгә ҡалғайны. Ауыл халҡын ҡайғыртып, үҙенең материалы, үҙ көсө менән ҡоҙоҡҡа бура эшләп төшөрөп, ҡапҡаслап ябып ҡуйҙы ул.
Башҡа урамда йәшәүселәр ҙә беҙҙән өлгө алһындар ине. Экологик өмәләр үткәреүҙе тик ауыл хакимиәтенең бурысы тип уйлағандар – хаталана. Үҙебеҙ йәшәгән ауылдың, тирә-йүнебеҙҙең таҙалығы, тәртиптә булыуы үҙебеҙ өсөн кәрәк икәнен халыҡҡа күптән аңларға ваҡыт та бит...
Венера БАЙСУБАҠОВА.
Юлдыбай ауылы.
Ф.Саптаров фотолары.
Читайте нас: