Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
25 Декабрь 2018, 11:48

Берҙәм команда – муниципалитеттың һөҙөмтәле эшмәкәрлегенең мөһим бер өлөшө

Муниципаль власть – халыҡҡа иң яҡыны. Һәр кеше үҙенең көнүҙәк проблемаларын хәл итеү өсөн үҙ ғүмерендә әллә нисә тапҡыр урындаға үҙидара органдарына мөрәжәғәт итә. Торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләре, юлдарҙы ремонтлау һәм ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү, йорт-фатирҙар, балалар баҡсаларында урындар менән тәьмин итеү, сифатлы белем биреү һәм медицина ярҙамын ойоштороу – урындағы властар компетенцияһындағы мәсьәләләр исемлеген артабан да дауам итергә була. Шулай булғас, талап та уларҙан икеләтә – граждандарҙан һәм республика властарынан да. Тимәк, һәр бер ойошма һәм предприятиела кеүек үк, һәйбәт, берҙәм команда – муниципалитеттың һөҙөмтәле эшмәкәрлегенең мөһим бер өлөшө. Ә бына ошо команданы яңынан яңы үрҙәргә әйҙәү, әүҙемлеген дәртләндереү өсөн, билдәле, аралашыу, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу кәрәк.

Тулыраҡ өлөшөн гәзитебеҙҙең 103-се һанындә уҡығыҙ.
Читайте нас: