Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин Юлдыбай ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡ менән осрашыу үткәрҙе һәм күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләште. Ҙур залды тултырып ултырған халыҡтың район башлығы менән уртаҡлашыр мәсьәләләре лә, һорауҙары ла, әйтер һүҙҙәре лә күп йыйылғайны. Һынташ ауылында ике сәғәттән ашыу дауам иткән йыйылышта бик күп проблемалар күтәрелде, уларҙы сисеү юлдары ҡаралды, ҡайһыларын, киләсәктә хәл итер өсөн, айырым контролгә алырға ҡарар ителде.
Халыҡ әле булһа йүн-ләп төшөнөп етмәгән мәсьәләләрҙең береһенә – сүп-сарҙы яңыса йыйыуға ҡағылышлы һорауҙар күп булды йыйылышта. Шулай уҡ күптән түгел генә үҙ көсөнә ингән тағы бер закон – урманда ҡоро-һарыны бушлай йыйыу тураһында ла әңгәмә ҡыҙыу барҙы. Был үҙгәрештәр ябай ауыл халҡын бер яҡтан ҡыуандырһа, икенсе яҡтан, бының менән бәйле күп кенә аңлашылмаусанлыҡтар ҙа тыуҙырған.
Клуб мәсьәләһен дә күтәрҙе һынташтар. Иҫәпкә бар, һанға юҡ һымаҡ ул: әлеге ваҡытта тулы көсөнә эшләп торһа ла, клубтың эшен етәкләгән, бының өсөн эш хаҡы алып эшләгән кеше юҡ. Һынташтар ауылда мәҙәниәт йортон яңынан асыуҙы һәм унда ярты ставкаға булһа ла эш урыны булдырыуҙы талап итте. Сөнки тәғәйен кешеһеҙ клубты ремонтлап та, ауылда мәҙәниәт эшен йәнләндереп тә булмаясаҡ.
Ауыл мәсете муллаһы Фәттәх Алсынов үҙенең сығышында зыяратты яңыртып кәртәләү мәсьәләһен күтәрҙе, бының өсөн материал менән ярҙам итеү талап ителеүен билдәләне.
Ауыл халҡының тапҡан-таянғаны – һөт менән ит. Башҡа ауылдарҙағы һымаҡ, һынташтарҙы ла был продукцияға хаҡтарҙың арзан булыуы борсой. Күптәр һыйыр ағын эшкәртеп һатып ҡына йәшәүен иҫәпкә алғанда, мәсьәлә, әлбиттә, хәл итеүҙе талап итә.
Йыйылыш һуңында Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин үткән йыл Рәсәй Президентын һайлауҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан ауыл старостаһы Сәғәҙәткирәй Фазлетдин улы Дәүләтсуринға, ауылдың йәмәтселәре Йосоп Имам улы Мусинға һәм Таңһылыу Әхмәтзыя ҡыҙы Мусинаға Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Шунан ошондай уҡ форматтағы йыйылыш Юлдыбай ауылында ла булды. Халыҡ менән осрашырҙан алда район хакимиәте башлығы ауыл мәсетенә инеп сыҡты, унда дин әһелдәре менән һөйләште. Дауалау амбулаторияһында Илгиз Лирман улы табиптар, шәфҡәт туташтары һәм пациенттар менән әңгәмә ҡорҙо, ниндәй проблемалары булы-уын һорашты.
Йыйылышты Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Ғ.Исәкәев асты һәм хакимиәттең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет доклады менән сығыш яһаны, ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәр, хәл ителгән һәм хәл итәһе проблемалар хаҡында һөйләне.
Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллиндың сығышы ла үткән йыл йомғаҡтары һәм быйылғы пландар тураһында булды.
– Район йылдан-йыл яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Быны үткән йыл сафҡа ингән мөһим социаль объекттарҙан да күрергә була. Әле район үҙәгендә заманса метеостанция төҙөлөшө тамамланыуға бара. Был бит яңы эш урындары ла буласаҡ, тигән һүҙ. Юлдыбай ауылы, район үҙәгенән ҡала, ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Ауыл үҫә, бында халыҡтың уңайлы йәшәүенә булышлыҡ итерҙәй социаль объекттар бар. Күптән түгел генә урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында дауалау амбулаторияһының бинаһы яңыртылды. Бында ауыл халҡының да көсө күп сарыф ителеүен билдәләмәй булмай. Быйыл беҙҙең алда Юлдыбай ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгенә ремонт яһау планы ҡуйылған. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, әммә улар барыһы ла хәл итерлек, – тип билдәләне район башлығы.
Юлдыбай мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үткән осрашыуға халыҡ күп йыйылған ине. Бындай йыйылыштарға йөрөйҙәр икән, тимәк, халыҡ ауылдың яҙмышына, ундағы проблемаларға битараф түгел. Күҙгә ҡарашып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ике яҡ өсөн дә яҡшы. Был юлы ла сығыш яһаусылар ауыл халҡын борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте. Әйтәйек, эскелек проблемаһы был ауылды ла урап үтмәгән. Был хаҡта ауыл Советы депутаты И.И.Ҡорбанғәлиевтең сығышында асыҡ яңғыраны. Арзанлы суррогат иҫерткес эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәш бында күптән башланған.
Йыйылыштың иң сағыу мәле – ауыл активын тәбрикләү булғандыр. Һайлауҙарҙы үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Юлдыбай ауылынан Зәлифә Мөхәмәтша ҡыҙы Боҫҡонова, Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы Ҡорбанғәлиева, Фазылйән Фәттәх улы Шәрипов, Воскресенка ауылынан Сания Имаметдин ҡыҙы Сырлыбаева, Виктор Николаевич Чернышов, Дәүләткилде Ҡотлогилде улы Рәмовтарға Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Юлдыбай ауыл Советы депутаттары Юлай Йомағол улы Айытҡолов, Илшат Сәмиғулла улы Яманғолов һәм Илнур Илшат улы Ҡорбанғәлиевтәр әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Юлдыбай ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр ҙә тәбрикләнде: Рәдис Суфыян улы менән Шәүрә Мирсәйет ҡыҙы Шахморатовтарға, Ғәле Мәхмүтйән улы менән Зилә Рәфҡәт ҡыҙы Абдуллиндарға, Зәкир Мөхтәр улы менән Мөнирә Ғәлимйән ҡыҙы Мөьминовтарға, Мир Абдулхаҡ улы менән Рәмилә Нурәхмәт ҡыҙы Моталлаповтарға ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Осрашыу аҙағында район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин ауылдың тормош-көнкүрешенә, уның проблемаларына битараф булмағандары өсөн йыйылышта ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм бындай осрашыуҙарҙың файҙалы һәм кәрәкле булыуын билдәләне. Сара ошондай күтәренке рухта тамамланды.