Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
11 Март 2019, 17:44

Депутатҡа әйтер һүҙҙәре күп булды халыҡтың

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Әлфәрис Сәлихйән улы Байсурин һәм район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин Кананикольск ауыл биләмәһе халҡы менән осрашыу уҙғарҙы.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе Әлфәрис Сәлихйән улы Байсурин һәм район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин Кананикольск ауыл биләмәһе халҡы менән осрашыу уҙғарҙы.
Ҡоролтай депутаты, үҙенең тығыҙ эш графигына ҡарамаҫтан, беҙҙең район һайлаусылары менән дә осрашырға ваҡыт таба, уларҙың проблемаларын хәл итергә тырыша. Кананикольск ауыл биләмәһенә эш сәфәре шәхси эшҡыуарҙарҙың хужалыҡтары менән танышыуҙан башланды. Унда Ҡоролтай депутаты һәм район хакимиәте башлығы ағас эшкәрткән эшҡыуарҙар менән бизнестарының үҫеш юлдарын барланы, эштәрендә килеп тыуған проблемаларҙы нисек хәл итеү тураһында һөйләште. Эшҡыуарҙарҙы сеймал менән тәьмин итеүҙең насар булыуы, производствоны киңәйтеү һәм өҫтәмә эш урындары булдырыу өсөн мөмкинлектәр булмауы асыҡланды. Ә.С.Байсурин был проблемаларҙы бөтә яҡлап өйрәнергә һәм уны ыңғай хәл итеү юлдарын эҙләргә һүҙ бирҙе.
Кананикольск ауыл халҡы менән осрашыу ауылдың урта мәктәбендә үтте. Ауыл биләмәһе башлығы Н.И.Корнева биләмәнең социаль-иҡтисади хәл-торошо менән таныштырып, ауыл халҡын борсоған иң киҫкен проблемалар тураһында һөйләне.
Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин үҙ сығышында Кананикольск ауыл биләмәһендә халыҡтың йәшәйешенә ҡағылған проблемаларға туҡталып, муниципаль властың уларҙы хәл итеү буйынса ниндәй саралар күреүе тураһында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ тарихы тураһында яҙғанда Кананикольск ауылын бер нисек тә урап үтеп булмай. Ошо хаҡта һөйләп, Илгиз Лирман улы Кананикольск ауылында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған стела ҡуйыу тәҡдимен индерҙе.
Ә.С.Байсурин, канани-кольскиҙарға үткән һайлау-ҙарҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәтен белдереп, ошо осорҙа башҡарған эше хаҡында һөйләне. Бигерәк тә үҙе етәкләгән аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитетының эшенә ҡағылған мәсьәләләргә ентекле туҡтаны.
Депутат менән осрашыуҙа ауыл халҡы үҙәк урамға асфальт түшәү, Кананикольск – Сибай юлын республика реестрына индереү, медикаменттар менән тәьмин итеү, дауаханаға яңы ашығыс ярҙам автомобиле алып биреү, өлкән йәштәгеләрҙе утын менән тәьмин итеүҙе яйға һалыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Әлфәрис Сәлихйән улы һәм Илгиз Лирман улы һәр һорауға ентекләп яуап бирҙе, ҡайһы берәүҙәрен депутат үҙенең шәхси контроленә аласағын белдерҙе.
Осрашыу аҙағында район хакимиәте башлығы мәктәп директоры М.И.Филипповҡа мәктәп ашханаһының матди-техник хәлен яҡшыртыу өсөн аҡсалата сертификат тапшырҙы.
Көндөң икенсе яртыһында Ә.С.Байсурин Шанск ауылы халҡы менән осрашыу үткәрҙе. Унда ла халыҡтың депутатҡа һорауҙары күп булды. Шанскиҙарҙы һанлы телевидениеға күсеү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, Баймаҡ районы менән бәйләгән юлды рәткә килтереү, район үҙәгенә маршрут автобусы йөрөтөү, район дауаханаһы табиптарының ауыл халҡын урынға килеп ҡабул итеүен ойоштороу, урамдарҙы яҡтыртыу, күптән түгел генә сафҡа ингән оло юлды тәртиптә тотоу кеүек мәсьәләләр борсоуы асыҡланды.
Һәр һорауға төплө, ентекле яуап биреп, депутат Әлфәрис Байсурин ауыл халҡының әүҙем булыуына һәм үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләүенә ыңғай баһа бирҙе.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: