Ауыл уттары
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
3 Апрель 2019, 18:53

Сираттағы “Инвестсәғәт”

28 мартта район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин сираттағы “Инвестиция сәғәте”н үткәрҙе.

28 мартта район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин сираттағы “Инвестиция сәғәте”н үткәрҙе.
Йыйылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитетының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса рәйес урынбаҫары Азамат Ансар улы Ғәлин, райондың эшҡыуарҙары, ойошма һәм предприятие етәкселәре ҡатнашлығында үтте.
Көн үҙәгенә сығарылған ике мәсьәлә урман хужалығы тармағына ҡағылышлы булды, атап әйткәндә, «ЗилаирСоюзЛесПром» ЯСЙ-һының урман хужалығын үҫтереү һәм «Леспром-М» ЯСЙ-һы базаһында ОСП плиталары етештереүсе завод төҙөү проекттары тикшерелде, шулай уҡ Иван-Ҡыуалат ауылында пекарня асыу өсөн республиканан һәм муниципалитеттан ярҙам кәрәклеге тураһындағы мәсьәлә ҡаралды.
«ЗилаирСоюзЛесПром» ЯСЙ-һы хужалыҡты артабан үҫтереү һәм киңәйтеү өсөн лизингҡа техника һәм ҡорамалдар алыуҙа, лизинг түләүҙәрен ҡаплауҙа финанс ярҙамы һорай.
«Леспром-М» ЯСЙ-һы иһә ОСП плиталарын етештереү заводы асырға ниәтләй. Тейешле хеҙмәттәргә производство майҙанын урынлаштырыу өсөн ер һайлау һәм инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәрен өйрәнеү бурысы йөкмәтелде.
Иван-Ҡыуалаттан йәш эшҡыуар Е.Хачина ауылда икмәк бешереү цехы асыуҙа финанс ярҙамы алыу мөмкинлектәре тураһында һорау менән мөрәжәғәт итте. Уға ентекле яуап бирелде.
Элиталы орлоҡ һатып алыу өсөн финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән КФХ башлығы М.Ғ.Иҫәндәүләтов та үҙ һорауына ентекле яуап алды.
Район хакимиәте баш-лығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы С.В.Парфенова тәүге инвестсәғәттә күтәрелгән мәсьәләләр һәм уларҙың үтәлеше буйынса мәғлүмәт менән сығыш яһаны.
Г.ТАҺИРОВА.
Читайте нас: