Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
15 Август 2019, 18:58

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы (ППМИ) Башҡортостанда 2014 йылдан эшләп килә. Программаның төп маҡсаты – ауыл ерендә территорияларҙы төҙөкләндереү буйынсапроекттарға конкурс нигеҙендә республика бюджетынан субсидиялар бүлеү. Билдәле булы-уынса, беҙҙең район был программаны тормошҡа ашырыу буйынса әүҙемдәр иҫәбендә тора. Уның нигеҙендә районда юлдар төҙөкләндерелде, мәҙәниәт йорттары ремонтланды, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырылды, тракторҙар һәм янғын һүндереү техникаһы алынды, урамдар яҡтыртылды һ.б. Бөгөн дә был өлкәлә ҙур эштәр алып барыла.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы (ППМИ) Башҡортостанда 2014 йылдан эшләп килә. Программаның төп маҡсаты – ауыл ерендә территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса
проекттарға конкурс нигеҙендә республика бюджетынан субсидиялар бүлеү. Билдәле булы-уынса, беҙҙең район был программаны тормошҡа ашырыу буйынса әүҙемдәр иҫәбендә тора. Уның нигеҙендә районда юлдар төҙөкләндерелде, мәҙәниәт йорттары ремонтланды, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырылды, тракторҙар һәм янғын һүндереү техникаһы алынды, урамдар яҡтыртылды һ.б. Бөгөн дә был өлкәлә ҙур эштәр алып барыла.
Бәрҙәш ауылы халҡы ППМИ-ла тәүге тапҡыр ҡатнашмай. Мәҫәлән, быға тиклем ауылда ошо программа ярҙамында үҙәк урамға асфальт түшәлгән, күмәк ял итеү урыны булдырылған. Ә был аҙнала бәрҙәштәр тағы бер ниәттәрен бойомға ашырҙылар – Бәрҙәш ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарына бағышланған яңы һәйкәл астылар.
Ауылдағы иҫке һәйкәл үткән быуаттың 70-се йылдарында уҡ ҡуйылған булған. Ныҡ иҫкергән. Тап ошо факт бәрҙәштәрҙе дөйөм йыйылышта һәйкәлде яңыртыу проектына өҫтөнлөк биреүгә этәргән. Һөҙөмтәлә, был эштә инде тәжрибәле Бәрҙәш халҡы район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре ярҙамында тиҙ арала кәрәкле документтар йыйып, проект әҙерләп, аҡсалата өлөштәрен индеп тә ҡуялар. Һәм бына, бер йылдан, эштәре емеш тә бирҙе: 14 август көнө Бәрҙәш ауылында һәйкәлде асыу тантанаһы үтте. Әйтергә кәрәк, проектты тормошҡа ашырыуға республика, район бюджеттарынан һәм бәрҙәштәрҙең иғәнәһенән дөйөм алғанда 700 мең һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Һәйкәлде асыу тантанаһына бәләкәй баланан алып өлкәненә тиклем ҡулдарына сәскә тотҡан бар ауыл халҡы йыйылды. Бәрҙәштәрҙе был ваҡиға менән ҡотларға район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин да килде. Сараны Бәрҙәш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы С.Н.Трофимов асып ебәрҙе. Ул, тәү сиратта, проектты бойомға ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ауыл халҡына, бағыусыларға, ситтә йәшәгән, әммә ярҙам итеү мөмкинлеге тапҡан ауыл-
даштарына ҙур рәхмәтен белдерҙе. Район етәксеһе Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин сығышында был сараның әһәмиәтен билдәләп үтте.
– Бөгөнгө һәйкәл асыу тантанаһы – тарихи ваҡиға. Тап ошондай проектты һайлағанығыҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәм. Күп йылдар үткәс тә ошо һәйкәл беҙҙең балаларға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә кемдәрҙең беҙгә аяҙ һәм тыныс күк йөҙөн бүләк иткәнен хәтерләтеп торасаҡ, – тине ул.
Шунан И.Л.Фәтҡуллин менән С.Н.Трофимов һәйкәлгә сәскәләр бәйләме һалдылар. Уларға ауыл халҡы ла ҡушылды. Артабан барыһы ла ошо таш плитаға исемдәре яҙылған яугирҙәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Тантаналы сарала бәрҙәштәр һәйкәл асыу ваҡиғаһынан алған тәьҫорттары менән бүлешә алдылар. Мәҫәлән, ауылдың өлкән йәштәге хөрмәтле инәй-олатайҙары О.И.Максимова, А.И.Максимова һәм В.И.Андреев район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәренә, ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Бәрҙәш ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе С.Бусарева һәйкәл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҙур бүләк булыуын билдәләп үтте. Йәштәр исеменән ауыл мәктәбе уҡыусыһы С.Филиппова, йыйылыусыларҙы ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, шиғыр уҡып ишеттерҙе. Ә байрам аҙағында һәйкәл янында район кимәлендәге тарихи ваҡиғаның иҫтәлеге итеп, күмәкләп фотоға төштөләр.
Сара тамамланғас та бәрҙәштәр таралышырға ашыҡманы. Форсаттан файҙаланып, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин һәм Бәрҙәш ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе С.Н.Трофимов ауыл халҡы менән “йәнле диалог” форматында йыйылыш үткәрҙе. Халыҡ район етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә алды. Мәҫәлән, бәрҙәштәрҙе намыҫһыҙ кешеләрҙең урманға сүп-сар ташлауы, ҡарауһыҙ йөрөгән мал, урамдарҙы яҡтыртыу, төҙөлөш сүп-сарын сығарыу кеүек мәсьәләләр борсоуы асыҡланды. Илгиз Лирман улы, һәр һорауға ентекле һәм тулы яуап ҡайтарып, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә яуаплы органдарға урында уҡ күрһәтмәләр бирҙе. Осрашыу аҙағында район хакимиәте башлығы Бәрҙәш халҡына тағы бер тапҡыр матур байрам ойошторғандары өсөн рәхмәт әйтеп, иң яҡшы теләктәрен еткерҙе.
З. МУСИНА.
З. Һиҙиәтова фотоһы.
Читайте нас: