Ҡәнзәфәр ауыл Советы депутаттары “Ауыл уттары”на икешәр экземплярҙа яҙылғандары хаҡында алдағы номерҙарҙың береһендә телгә алып киткән инек. Бөгөн уларҙың беҙҙең ҡыуандырған, ҡалғандарға өлгө булырлыҡ ҡарарҙары хаҡында тулыраҡ яҙып китәбеҙ.
Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе Советы депутаттары составы ағымдағы йылда тулыһынса тиерлек яңырҙы. Быйыл Рияз Солтанов, Зөмәрә Аҡҡужина, Әлфирә Ғәббәсова, Мирсәйет Аҡҡужин, Марсель Ҡарабаев тәүге тапҡыр депутатлыҡ бурысын үтәйҙәр. Ә бына Шамиль Ҡотоев һәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Тотманов күптән инде тәжрибәле депутаттар. Үрҙә һанап үткәндәр - ауылда хөрмәт яулап өлгөргән, үрнәк алырлыҡ, эшлекле, киң шәхси хужалыҡ тотҡан, яҡшы ғаиләле, аҡыллы балалар үҫтергән кешеләр. Ауылдаштары уларҙы белеп һайлаған да инде.
“Ауыл уттары”на үҙҙәре генә яҙылып ҡалмай, ә кемгәлер бүләк булһын тип тағы берҙе яҙҙырыу инициативаһын Зөмәрә Аккужина тәҡдим итә.
– Атайым бер тапҡыр әйткәйне: “Башҡорт гәзитен уҡымаған кеше ниндәй башҡорт ул ?”. Шул һүҙҙәр күңелгә уйылып ҡалды, һәм мин хәҙер бөтә башҡорт баҫмаларына яҙылырға тырышам, ә район гәзите тураһында һүҙ ҙә юҡ, - ти Зөмәрә Нурфәйез ҡыҙы. – Гәзиткә икешәрҙән яҙылыу минең күптәнге уй ине, тик уны күмәкләп башҡарыр кәрәк. Депутат булғас та бындай мөмкинлек асылды. Бүләккә гәзиткә яҙылыу, минеңсә, иң яҡшыһы. Сөнки ҡалған нәмә өсөн биргән көндә генә ҡыуанһалар, гәзитте аҙна һайын алып шатланасаҡтар. Бәлки кемдер теләп тә, ниндәйҙер сәбәп менән яҙыла алмайҙыр, шуларға ярҙам булыр, өҫтәүенә “Ауыл уттары”на ла файҙа килтерербеҙ, тип уйлап эшләнек.
Бүләккә гәзит – бик яҡшы ҡарар. Сөнки “Ауыл уттары”на яҙылыу өсөн бер нисә мөһим сәбәп бар. Беренсенән, тап ошо гәзиттән генә һеҙ тулы кимәлдә һәм ваҡытында районда булған барлыҡ ваҡиғаларҙы, яңылыҡтарҙы белә алаһығыҙ, беҙҙең гәзит биттәрендә ауылдаштарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе, хатта үҙегеҙҙе күрергә мөмкин. Икенсенән, гәзитебеҙҙә яңы ҡабул ителгән ҡанундарҙан алып көн дә ҡулланырлыҡ кәңәштәргә тиклем мәғлүмәт табырға була. Өсөнсөнән, һәр бер уҡылған мәҡәлә, хикәйә, шиғыр һ.б. – ул йәнгә, аҡылға тәғәйенләнгән, рухи аҙыҡ. Дүртенсенән, минеңсә, иң мөһиме, “Ауыл уттары” башҡорт телендә сыға, тимәк, уға яҙылып, һеҙ телебеҙҙе һаҡлауға өлөш индерәһегеҙ. Туған телдә гәзит-журнал уҡыу – үҙе бер ләззәт һәм бәхет бит ул.
Әҙ тиражһыҙ баҫма фекер алышыр, халыҡты берләштерер, изге маҡсаттарға әйҙәр майҙан була алмай. Шуға ла, ҡәҙерле уҡыусылар, туған телдәге туған матбуғатыбыҙға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһын. Ә Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе Советы депутаттарының матур башланғысын ҡалған ауыл биләмәләре лә күтәреп алыр тигән ышаныста ҡалабыҙ!
Фото интернет селтәренән алынды.