Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
1 Ноябрь 2019, 19:10

Үҙебеҙ өсөн бит, ҡатнашабыҙ

Әлеге ваҡытта районда киләһе йыл “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһен хәл итеү буйынса йыйылыштар бара. Хәйер, ҡатнашмау мәсьәләһе ҡуйылмай ҙа был йыйылыштарҙа, сөнки ошоға тиклем был программаның файҙаһын күргән халыҡ унда ҡатнашыу өсөн бер тауыштан ризалыҡ белдерә.

Үрге Ғәле ауыл биләмәһе халҡы ла был проектта бер нисә йыл рәттән ҡатнашып, трактор һатып алды, юлдарҙы төҙөкләндерҙе, тракторға роторлы ҡар таҙартҡыс, янғында ҡулланыу өсөн һыу цистернаһы алыуға иреште.
Ә яңыраҡ ош ауыл биләмәһе халҡы 2020 йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу-ҡатнашмау хаҡында һөйләшеү өсөн йыйылды. Йыйылышты асып, биләмә башлығы Ю.Ә.Таһиров биләмәлә башҡарылған эштәрҙе барланы, хәл итеүҙе талап иткән күп кенә мәсьәләләргә туҡталды. Йыйылыусылар киләһе 2020 йылда ла халыҡ өсөн булдырылған был программала мотлаҡ ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙеләр.
29 ноябрҙә халыҡ тағы ла йыйыласаҡ һәм “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу өсөн проект һайлаясаҡ.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: