Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
29 Ноябрь 2019, 11:42

2020 йылға проекттар һайлана

Ауыл биләмәләрендә 2020 йылда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»нда ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһенә арналған халыҡ йыйындары дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең район был программала ул эшләй башлағандан алып, йәғни 2014 йылдан әүҙем ҡатнаша. Уның ярҙамында күп ауылдар тракторлы, янғын һүндереү машиналы, юллы, һыулы булды. Теге йәки был ауылға нимә кәрәклеген халыҡ үҙе хәл итте. Ҡыҫҡаһы, «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»ның ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, кешеләрҙең тормош-көнкүрешен еңеләйтеүгә индергән өлөшө ҙур.
Шундай йыйылыш ошо көндәрҙә Йылайыр ауылында ла булып үтте. Күп халыҡ ҡатнашлығында уҙған был сара бик дәррәү барҙы. Проекттар ҙа күп тәҡдим ителде, ни тиһәң дә, ауыл ҙур, проблемалар ҙа етәрлек.
Тәҡдимдәргә килгәндә, йәштәр фитнес-клуб өсөн айырым бина һораһа, өлкәндәр урамдарға һыу үткәреүҙе дауам итеү проектын тәҡдим итте. Ҡайһы берәүҙәр ауыл биләмәһендәге күп эштәрҙә файҙаланылған бәләкәй экскаваторҙы алып йөрөү өсөн платформа кәрәк, тиһә, икенселәре ауыл зыяраттарын яңыртып кәртәләү проблемаһының көнүҙәк булыуын дәлилләне. Шулай ҙа, бер ҡарарға килеп, Голубцов һәм Столичный урамдарына һыу үткәреү проектын һайланылар.
Дмитриевка ауыл биләмәһе халҡы ла матур, төҙөк ауылда йәшәргә теләй, улар ҙа үҙҙәрендәге проблемаларға битараф түгел. Быйыл улар, программала ҡатнашып, ауылдың эсендәге күперҙе ремонтларға ҡарар иткәйнеләр. Әлеге ваҡытта был эш дауам итә.
Ошо ауыл биләмәһенә ҡараған Мәсетбар ауылында ла 2020 йылда ППМИ-ла ҡатнашыуға арналған йыйылышҡа бөтә ауыл тиерлек йыйылды. Йыйылыш бик йәнле барҙы. Төрлө тәҡдимдәрҙе ҡарап сыҡҡас, 2020 йылда ауыл урамдарына яҡтылыҡ үткәрергә ҡарар иттеләр. Проектты ғәмәлгә ашыра башлау өсөн инициатив төркөм төҙөлдө.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.КЛИМОВ фотоһы.
Читайте нас: