Ауыл уттары
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
6 Декабрь 2019, 11:50

Иң яҡшы муниципаль практика – беҙҙә!

Мәскәүҙә уҙған Бөтә Рәсәй муниципаль ойошмалар конгресы съезында «Иң яҡшы муниципаль практика» конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың ике муниципалитеты призерҙар иҫәбендә.

Шуныһы ҡыуаныслы, былтырғы кеүек, Йылайыр ауыл Советы йәнә иң-иңдәр исемлегенә ингән. «Муниципаль ойошма халҡы менән эффектлы кире бәйләнеште тәьмин итеү, территориаль йәмәғәт үҙидаралығын үҫтереү һәм граждандарҙы урындағы үҙидаралыҡта ҡатнашыуға йәлеп итеү» номинацияһында Йылайыр ауыл Советына (башлығы Александр Годуленко) II дәрәжә диплом тапшырылған.
«Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡҡа имен йәшәү мөхитен булдырыу, торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү» номинацияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла (башлығы Владимир Куликов) II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән.
Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: