Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
6 Декабрь 2019, 11:35

Йомағужалар 2020 йылға проект һайланылар

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашыуға арналған сираттағы йыйылыш Йомағужа ауылында ойошторолдо.

Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе халҡы был программала тәүгә ҡатнашмай. Бынан алдағы йылдарҙа, мәҫәлән, ошо программа ярҙамында биләмә ауылдарында юлдар рәткә килтерелгән, балалар майҙансығы төҙөлгән, трактор алынған, клуб ремонтланған, урамдарға яҡтылыҡ үткәрелгән.
Йыйылышта ауыл халҡы, ауыл Советы депутаттары, район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков, район хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс бүлеге начальнигы С.В.Парфенова, район Советы секретаре Е.В.Сударчикова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Йылайыр районындағы бүлексәһе етәксеһе В.Ф.Аҙнағолов, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның Башҡортостан Республикаһы буйынса кураторы А.Ә.Барлыбаев ҡатнашты.
Йыйылыш барышында күпселек тауыш менән “Йомағужа ауылы зыяратын кәртәләү” проекты һайланды. Шунда уҡ иң инициатива төркөмө төҙөлдө һәм проеттың бюджеты билдәләнде.
Сара аҙағында ҡатнашыусыларҙы һәм ауыл халҡын Өфө ҡунаҡтары – Хәсән һәм Зилә Усмановтар матур концерт менән ҡыуандырҙы.
З. МУСИНА.
Читайте нас: