Беҙҙең районда торлаҡ йорттарға, иң тәү сиратта күп балалы ғаиләләрҙең, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге кешеләрҙең, социаль ярҙамға мохтаж айырым граждандарҙың өйҙәренә янғын иҫкәрткестәр ҡуйыу буйынса эш әүҙем алып барыла. Был категорияларға эләкмәгән граждандар ҡулайламаны үҙҙәре һатып алып, ҡуя ала, махсуслаштырылған магазиндарҙа хаҡы ҡиммәт түгел.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары уларҙы үрҙә телгән алынған социаль төркөм граждандарына, дөйөм ятаҡтарға таратып бирәсәк. Әйткәндәй, яңы сабыйы тыуған ғаиләләр ҙә был ҡулайламаны бушлай аласаҡ.