Үрҙә әйтелгәндәрҙе дәлилләп, Йылайыр ауыл биләмәһе халҡының быйылғы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуы буйынса уҙған йыйылышы конструктив һөйләшеү, фекер алышыу майҙанына әүерелде. Быйылға проект һайлау эшендә ҡатнашырға теләүселәр шул тиклем күп ине, хатта район мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең иркен тамаша залында был көндө бер генә лә буш урын ҡалманы. Йылайырҙарҙың бындай әүҙемлеге тәү сиратта ауыл биләмәһе хакимиәтенең программаға ентекле әҙерләнеүен һәм был проекттың ысынлап та уңышлы булып, халыҡ араһында йылдан-йыл популярлыҡ яулай барыуын дәлилләй.
Йыйылыштың эшендә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов, эштәр идарасыһы Т.Ф. Дәүләтшин, район Советы депутаттары, төрлө ойошма һәм предприятеларҙың етәкселәре ҡатнашты. Сараны Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Г. Годуленко алып барҙы. Көн тәртибендә бер нисә һорау ҡаралды: Башҡортостан Республикаһында урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу һәм унда ҡатнашыу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт биреү; ауыл биләмәһенә ҡағылышлы мөһим социаль-иҡтисади проблемаларҙы билдәләү һәм программа сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ проектты һайлау; халыҡтан, бағымсыларҙан йыйыласаҡ сумманың күләмен билдәләү һәм инициатива төркөмөн һайлау.
Үткән йылдарҙа тормошҡа ашырылған проекттар, программаға быйылдан индерелгән ҡайһы бер яңылыҡтар тураһында район Советы депутаты Владимир Скопинов һөйләне.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марс Солтанов үҙенең сығышында бындай йыйылыштарҙың бөтә ауыл биләмәләрендә лә ойошҡанлы уҙыуын, район халҡының был проектҡа ыңғай ҡарашта икәнлеген, проекттарҙың төптән уйланып һайланыуын билдәләне. Осраҡтан файҙаланып, Марс Салауат улы былтырғы проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән Н.И. Булавина, А.М. Перехватова, С.П. Ионов, Л.М. Служаева һәм Ғ.А. Байморатовты район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Алдан үткәрелгән анкета һорауҙарына яуап биреү һөҙөмтәләре буйынса быйыл йылайырҙар тарафынан бөтәһе 14 проект тәҡдим ителгән. Йыйылышта уларҙың барыһы ла тағы бер тапҡыр ентекле тикшерелде, бүтән тәҡдимдәр ҙә ҡабул ителде. Йылдағыса, ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң уларҙың бер-нисәүһе – сүп-сарҙы сығарыу өсөн автомобиль һатып алырға, спорт майҙансығы төҙөргә, ял итеү паркы булдырырға тигәндәре тауыш биреүгә ҡуйылды. Шулай итеп, йыйылыусыларҙың күпселеге сүп-сарҙы сығарыу өсөн автомобиль һатып алыу проектын хупланы. Ошонда уҡ халыҡтан йыйыласаҡ сумманың күләме билдәләнде, инициатива төркөмө һайланды.
Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу буйынса иң аҙаҡҡы йыйылыш Яманһаҙ ауыл биләмәһендә уҙҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин ҡатнашты.
Үҙенең сығышында Илгиз Лирман улы райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле,үткән йылда ҡаҙанылған уңыштар,төрлө йүнәлештәрҙә алып барылған эштәр тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. Яманһаҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.А. Амантаев йыл йомғаҡтарын барлап, 2016 йылда башҡарылған эштәргә айырым туҡталып үтте.
Йыйылыштың икенсе өлөшөндә быйыл тормошҡа ашырыласаҡ проектты һайлау буйынса фекер алышыуҙар булды. Былтыр биләмә территорияһында янғын сығыу осраҡтарының йыш теркәлеүен иҫәпкә алып, яманһаҙҙар быйыл янғын һүндереү машинаһы алыу проекты өсөн дәррәү тауыш бирҙеләр. Ошонда уҡ инициатива төркөмө һайланды, халыҡтан һәм бағымсыларҙан йыйылырға тейешле аҡса күләме билдәләнде, былтырғы проектты тормошҡа ашырыуҙа барлыҡ ойоштороу эштәрен алып барған бер төркөм әүҙемдәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.