Ауыл уттары
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
17 Ғинуар , 09:15

Халыҡ өсөн эшләгән программа

Ошо көндәрҙә Юлдыбай ауыл биләмәһендә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның йомғаҡлау йыйылышы үтте. Унда Юлдыбай ауылынан 155-тән ашыу кеше ҡатнашты.

Халыҡ өсөн эшләгән программа
Халыҡ өсөн эшләгән программа

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” – ул республика бюджетының, муниципаль берәмектәр бюджеттарының, физик һәм юридик шәхестәр средстволарының финанс ресурстарын берләштерергә һәм уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биреүсе механизм. Халыҡ йыйылышы – был программаны тормошҡа ашырыуҙың төп этабы. Халыҡ йыйылышының бурыстары: конкурста ҡатнашыу өсөн проект һәм был проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итергә инициатив төркөм һайлау.

Уҙған йыйылыш барышында ауыл биләмәһе башлығы И.И. Ҡорбанғәлиев ҡатнашыусыларҙы конкурс бурыстары, был программала ҡатнашыу ҡағиҙәләре һәм ауыл биләмәһенең былтырғы программала ҡатнашыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан, ауыл биләмәһе программала ҡатнашасаҡ һәм янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы модулле гараж һатып алыу проектын һайланы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: