Халыҡ был программала теләп ҡатнаша, ауыл йәшәйешен яҡшыртыуға булышлыҡ итерҙәй проекттар тәҡдим итә.
Һабырҙар ҙа был эштән ситтә ҡалмай, йыл да “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнаша, кәңәшләшеп, кәрәкле проекттар тәҡдим итә.
Ауыл биләмәһендә күптән түгел генә шундай халыҡ йыйылышы булып үтте. Сарала район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марс Солтанов ҡатнашты. Унда һабырҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе, асыҡтан-асыҡ һөйләште һәм киләсәктә ауыл халҡының тормошон еңеләйтерҙәй проекттар тураһында фекер алышты. Ҡайһы берәүҙәр Һабыр ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналып ҡуйылған обелискты төҙөкләндереүҙе, клубҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәреүҙе һораны. Күп кенә тәҡдимдәр араһынан ауыл биләмәһендәге юлдарҙы хеҙмәтләндереү, ҡайһы бер ҡул көсө етмәгән эштәрҙе башҡарыу өсөн тәгәрмәсле МТЗ-82 тракторын алыуҙы хупланылар һәм был проект күпселек тауыш менән еңеп сыҡты.
Йыйылыш һуңында, ғәҙәттәгесә, инициатив төркөм һайланды, һәр йорттан, бағымсыларҙан йыйыласаҡ сумма билдәләнде.