Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2019
8 Сентябрь 2019, 15:12

Ҡашҡар һайлаусылары дәррәү

Ҡашҡар ауылының 1987-се һайлау участкаһынан да халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән өҙөлмәй. Төрлө быуын вәкилдәре – олалар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй әүҙемлек күрһәтә. Дөйөм алғанда, алдағы йылдарҙағы һайлауҙарҙағы күҙәтеүҙәргә таянып, шуны билдәләргә мөмкин: Республика Башлығын һайлауҙа халыҡ һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Быны аңлатыуы ла еңел: Һәр кем иҡтисади һәм социаль йәһәттән тотороҡло үҫешкән имен төбәктә йәшәргә теләй. Ә бында көслө етәксе – республика Башлығының шәхесе лә мөһим роль уйнай.
Читайте нас: