Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2019
8 Сентябрь 2019, 16:28

Ауыл халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтә

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов белдереүенсә, һайлау штаттағы режимда бара. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда 3 миллион 49 мең 571 кешенең һайлау хоҡуғы бар. Шул иҫәптән, һайлаусыларҙың 1 миллион 376 меңе – ир-ат, 1 миллион 660 тирәһе һайлаусы – гүзәл зат.
Республикала 38 мең самаһы кеше беренсе тапҡыр тауыш бирәсәк. 30 йәшкә тиклемгеләр һаны – 600 меңдән ашыу, ә 100 йәште үткәндәр – 277 кеше.
Ғәҙәттәгесә, ауыл халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтә.Йылайыр ауылында йәшәүсе абруйлы ғаилә – Фирҙәүес Мәхәмәтдин ҡыҙы һәм Хәмит Зәйнулла улы Хәйбуллиндар, мәҫәлән, район, республика яҙмышына битараф булмаған ысын илһөйәрҙәр һәм әүҙем йәмәғәтселәр булараҡ, мөһим сәйәси ваҡиғанан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмайҙар.
Читайте нас: