Быйыл беренсе тапҡыр һайлау участкалары иртәнге 7-нән эшләй башланы. Көн дә таң һарыһынан тороп, күп кенә хужалыҡ мәшәҡәттәрен атҡарып өлгөргән ауыл халҡы һайлауҙарға былай ҙа иртәнге сәғәттәрҙә йөрөргә күнеккән, шуның өсөн был яңылыҡ күптәрҙе ҡыуандырҙы ғына. Матрай ауылындағы 1192-се һайлау участкаһында ла, бүтән ауыл биләмәләрендә кеүек үк, тауыш биреү ойошҡанлы һәм тыныс шарттарҙа бара.