Сәлим, Байғужа ауылдары халҡы ла көн дауамында һайлау участкаларына дәррәү ағыла. Урамдарҙан дәртле йыр-моң ағыла, бер нисә ямғырлы көндән һуң урынлашҡан йылы, ҡояшлы һауа торошо ла байрам кәйефен арттыра. Ғөмүмән, кәйефтәре көр һайлауға килеүселәрҙең Бүтәнсә булыуы ла мөмкин түгел: улар бит бөгөн үҙҙәренең яҡты киләсәген һайлай.