Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2019
8 Сентябрь 2019, 20:02

“Башҡортостанымдың яҡты киләсәге өсөн тауыш бирәм”

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Йыһанур Алтынбаев белдереүенсә, республика Башлығын һайлау буйынса сәғәт 3-кә ҡарата теркәлгән күрһәткестәр буйынса ошо ваҡытҡа республика халҡының 42 проценттан ашыуы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән. Өфөлә был күрһәткес – 35,35 процент. Ҡалалар буйынса иң әүҙеме – Күмертау (47 процент) һәм Салауат (42 процент).
Шулай ҙа, ғәҙәттәгесә, ҡалала йәшәүселәр әүҙемлек йәһәтенән ауыл халҡына етмәй. Тауыш биреү буйынса иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәр Миәкә районында (73,9 процент) һәм күрше Бөрйән районында (64 процент) йәшәй икән.
Йылайыр районы Үрге Ғәле ауылындағы 1992-се һайлау участкаһынан да көн дауамында һайлаусылар өҙөлмәне.
– Башҡортостанымдың яҡты киләсәге өсөн тауыш бирәм, – ти педагогия хеҙмәте ветераны Булат Сәйфулла улы Ғафаров.
Читайте нас: