Бөгөн теүәл иртәнге 7-лә район һайлау участкалары үҙ эшен башланы. Башҡортостан халҡы республика Башлығын һайлай.
Йылайыр ауылындағы Октябрьский һайлау участкаһында иң беренселәрҙән булып гражданлыҡ бурыстарын ирле-ҡатынлы Николай һәм Гөлсәсәк Кашиндар үтәне (һүрәттә).
– Һайлауға килеүселәр һаны бөгөн юғары булыр тип өмөт итәбеҙ, – ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Илдар Насыров.