Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау - 2019
8 Сентябрь 2019, 19:28

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк”

Бөгөн, һайлау көнөндә, Йылайыр районы территорияһында “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә табиптарҙың күсмә бригадаһы эшләне.
Был акция республикала 22 апрелдән 10 октябрға тиклем дауам итәсәк. Уның төп маҡсаты – ауыл ерендә йәшәүсе халыҡҡа медицина ярҙамын алыуҙы еңелләштереү. Акция барышында ауыл халҡы белгестәрҙә кәңәшләшә, медицина ҡарауын үтә, беренсе медицина ярҙамын күрә ала.
Автопоезда Сибай һәм Белорецк ҡалалары һаулыҡ үҙәктәре, Өфө ҡалаһынан Республика кардиология үҙәгенән кардиомодуль, Йылайыр районының үҙәк район дауахана белгестәре ҡатнаша. Күсмә бригада беҙҙең районда 22 сентябргә тиклем эшләйәсәк.
Автопоездың эш графигы:
Йылайыр ауылы – 8,11, 12.09.2019;
Юлдыбай ауылы – 13.09-15.09.2019;
Яманһаҙ ауылы – 18.09-20.09.2019;
Матрай ауылы – 21.09-22.09.2019.
Дүшәмбе һәм шишәмбе – ял көндәре.
Читайте нас: