Республиканың ҡулланыусылар баҙары йылдам үҫә һәм торған һайын замансараҡ була бара. Тауарҙар ассортименты киңәйә, башҡарылған эштәр, күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме арта. Сауҙа процестарын ойоштороу камиллаша, алдынғы технологиялар һәм сауҙаның заманса формалары индерелә.
Был, әлбиттә, баҙар иҡтисадында эшҡыуарҙарҙың да артыуы хаҡында һөйләй.
Үткән аҙна аҙағында Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин менән Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары үтәлеүен күҙәтеү бүлеге начальнигы Юлия Лебедева беҙҙең районда Урал аръяғы эшҡыуарҙарын шәхси мәсьәләләре буйынса ҡабул итте. Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла, Йылайыр райондарының һәм Сибай ҡалаһының 13 эшҡыуары мөрәжәғәт итте уларға был көндө. Һорауҙарҙың күпселеге ер участкаларының кадастр хаҡы юғары булыуы, мөлкәткә һалымы, эшҡыуарҙарҙың муниципаль һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу тәртибе, милекте хосусилаштырыу һәм биналарҙы электр, газ селтәрҙәренә тоташтырыу кеүек мәсьәләләргә бәйле булды.
Аҙаҡ Р.В.Ғибәҙуллин менән Ю.В.Лебедева район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин оҙатыуында район үҙәгендәге бер нисә предприятие һәм учреждениела булды. Тәүҙә улар Йылайырҙа күптән түгел генә асылған “Эконом” сауҙа үҙәген ҡараны. Унда Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил шәхси эшҡыуар И.Н. Терентьевтан киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү юлдарын табыуҙарын һәм, иң мөһиме, ҡулланыусыларҙың да хоҡуҡтарын боҙмай эшләүҙәрен теләне.
Артабан улар район үҙәгендәге “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһын ҡараны.
– Һеҙҙең район үҙәгендә ошондай заманса йыһазландырылған, уңайлы һәм иркен балалар баҡсаһын күреүемә шатмын. Баш ҡалалағы балалар баҡсаһынан бер ҙә кәм түгел, иркен бүлмәләре һәм уйын майҙансыҡтары менән хатта яҡшыраҡ та тип әйтер инем, – тине Рафаил Вәғит улы.
Артабан Рафаил Ғибәҙуллин районда эшҡыуарлыҡ менән күп йылдар шөғөлләнеүсе С.Е. Бусаревтың таҡта ярыу цехында, эшҡыуарлыҡ менән күптән шөғөлләнгән, ә яңыраҡ билмән етештереүҙе лә яйға һалған крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы В.В. Любимовтың билмән цехында булды.
– Үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә кәрәк. Эшләйем тип тырышалар икән, уларҙы дәртләндереү сараларын да күреү кәрәк. Әгәр ҙә үҙегеҙҙә икмәк бешерәләр, билмән эшләйҙәр икән – был бит бик яҡшы. Бөгөн мин Йылайырҙа күргәндәремдән бик ҡәнәғәтмен. Сифатлы тауар етештереүҙе арттырырға кәрәк, быны маҡсат итеп ҡуйыу зарур, – тине Р.В.Ғибәҙуллин.
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа һөҙөмтәле мөмкинлектәр булдырыуҙы һәм ҡулланыусыларҙы сифатһыҙ тауарҙарҙан һаҡлау эшен көсәйтеүҙе маҡсаты менән үткәрелгән осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булды.