Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Октябрь 2017, 12:13

Янғын хәүефһеҙлеге – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Райондың ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлегенә бөгөн ҙур иғтибар бүленә. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк булыуын халыҡ яҡшы аңлай. Шулай уҡ ут сыға ҡалһа, уны һүндереү өсөн техника һәм башҡа ҡорал-ҡорамалдар булыуы ла бик мөһим. Был йәһәттән хәҙер ауыл биләмәләрендә аныҡ саралар күрелә. Мәҫәлән, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттары буйынса янғын һүндереү техникаһы, инвентары, мотопомпалар һатып алына, һыу алыу өсөн быуалар быуыла һ.б. Үткән аҙна аҙағында ауыл биләмәләре башлыҡтары, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр һәм ауылдарҙың ирекле янғын һағы ағзалары менән үткәрелгән методик уҡыуҙарҙа ҡатнашыусылар Йылайырҙың үҙәк майҙанына теҙеп ҡуйылған нәҡ шундай техниканы ҡарауҙан башланды.

Райондың ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлегенә бөгөн ҙур иғтибар бүленә. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк булыуын халыҡ яҡшы аңлай. Шулай уҡ ут сыға ҡалһа, уны һүндереү өсөн техника һәм башҡа ҡорал-ҡорамалдар булыуы ла бик мөһим. Был йәһәттән хәҙер ауыл биләмәләрендә аныҡ саралар күрелә. Мәҫәлән, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттары буйынса янғын һүндереү техникаһы, инвентары, мотопомпалар һатып алына, һыу алыу өсөн быуалар быуыла һ.б.

Үткән аҙна аҙағында ауыл биләмәләре башлыҡтары, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр һәм ауылдарҙың ирекле янғын һағы ағзалары менән үткәрелгән методик уҡыуҙарҙа ҡатнашыусылар Йылайырҙың үҙәк майҙанына теҙеп ҡуйылған нәҡ шундай техниканы ҡарауҙан башланды.

Республикала тәүгә ойошторолған бындай сараның нәҡ беҙҙең районда үткәрелеүе осраҡлы түгел. Беҙҙә янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе бер ваҡытта ла район, ауыл биләмәләре хакимиәттәренең, тейешле хеҙмәттәр һәм учреж-дениеларҙың иғтибар үҙәгенән ситтә тороп ҡалғаны юҡ.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы К.С.Первов, ирекле янғын һүндереү дружиналарын техника менән тәьмин итеү, уларҙы ҡануниәт талаптарына ярашлы рәсмиләштереү, уларҙың эшмәкәрлеген субсидиялау, районда заманса янғын һүндереү депоһын төҙөп бөтөү, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтен (ЕДДС) заманса элемтә саралары һәм коммуникациялары менән йыһазландырыу мәсьәләләренә туҡталды, бөгөнгө методик уҡыуҙарҙың маҡсаты һәм бурыстары, республика органдарынан методик ярҙам, консультациялар, мәғлүмәттәр алыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

“Халыҡты һәм территорияларҙы тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау өлкәһендә Башҡортостан Рес-публикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан төбәк дәүләт надзорын ғәмәлгә ашырыу” – Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының граждандарҙы һаҡлау һәм төбәк надзоры бүлеге начальнигы Р.С.Лотфрахманованың сығышы шулай тип аталды.

Башҡортостан Республикаһының граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡытыу-методика үҙәге начальнигы урынбаҫары Ф.Ә.Ҡотлоғужин үҙенең сығышында урындағы үҙидара органдарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларҙы нисек ойоштороу тураһында һөйләне.

Башҡортостан Республикаһының янғын надзоры буйынса дәүләт инспекторы Е.В.Макаренконың сығышы урындағы үҙидара органдарында профилактика төркөмдәре төҙөү тәртибенә һәм уларҙың эшенә арналды.

Баймаҡ район-ара надзор эш-мәкәрлеге һәм профилактика эше бүлеге начальнигы В.А.Люляев янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә дәүләт надзорының (контроленең) вәкәләттәре һәм урындағы үҙидара органдарының яуаплылығы тураһында һөйләне.

ВДПО-ның Башҡортостан республика бүлеге советы рәйесе Р.М.Гарданов йыйылыусыларҙы урындағы үҙидара органдарында ирекле янғын һағы ойоштороу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.

Методик уҡыуҙарға йыйылған ауыл биләмәләре башлыҡтары, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы кешеләр, ирекле янғын дружиналары ағзалары ошо уҡ көндө янғын хәүефһеҙлеге буйынса аттестация үтте. Был уларға тейешле сертификаттар алырға мөмкинлек бирәсәк.


Читайте нас: