Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2017, 18:51

Район хакимиәтенең ҡотлауы

Хөрмәтле район халҡы! Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ! Һеҙҙе һоҡланғыс байрам – Әсәйҙәр көнө менән ихлас ҡотлайым!Әсәйҙәр көнө – беҙҙең йөрәгебеҙгә иң яҡын һәм һәр ҡәҙерле кешеләребеҙгә – әсәйҙәребеҙгә арналған иң йылы байрамдарҙың береһе. Был матур көндө беҙ бөтә әсәйҙәргә тәрән ихтирамыбыҙҙы, уларҙың беҙгә булған сикһеҙ һөйөүе һәм сабырлығы, тормош аҡылы һәм ысын мәғәнәһендә батыр көндәлек хеҙмәте өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ғаилә тураһында хәстәрлек, өйҙә йылы һәм уңайлы шарттар булдырыу, ул һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләү нәҡ әсәйҙәрҙең сибек иңендә ята.Беҙ әсәлек бурыстарын үтәүҙе райондың йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу менән уңышлы берләштереп алып барған әсәләр менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Күп балалы әсәләрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған ҡатындарҙың изгелеге, түҙемлеге һәм аҡылы алдында баш эйәбеҙ.Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт фәҡәт иң изге теләктәр һәм арыу-талыу белмәҫ әсәлек хеҙмәтегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе сағылдырған йылы һүҙҙәр генә яңғыраһын, ә балаларығыҙ үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ҡыуандырһын, хәстәрлек һәм наҙ бүләк итһен!Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет һәм һөйөү теләйем! Район хакимиәте башлығы И.ФӘТҠУЛЛИН.

Хөрмәтле район халҡы! Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ!
Һеҙҙе һоҡланғыс байрам – Әсәйҙәр көнө менән ихлас ҡотлайым!
Әсәйҙәр көнө – беҙҙең йөрәгебеҙгә иң яҡын һәм һәр ҡәҙерле кешеләребеҙгә – әсәйҙәребеҙгә арналған иң йылы байрамдарҙың береһе. Был матур көндө беҙ бөтә әсәйҙәргә тәрән ихтирамыбыҙҙы, уларҙың беҙгә булған сикһеҙ һөйөүе һәм сабырлығы, тормош аҡылы һәм ысын мәғәнәһендә батыр көндәлек хеҙмәте өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ғаилә тураһында хәстәрлек, өйҙә йылы һәм уңайлы шарттар булдырыу, ул һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләү нәҡ әсәйҙәрҙең сибек иңендә ята.
Беҙ әсәлек бурыстарын үтәүҙе райондың йәмәғәт һәм мәҙәниәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу менән уңышлы берләштереп алып барған әсәләр менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Күп балалы әсәләрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған ҡатындарҙың изгелеге, түҙемлеге һәм аҡылы алдында баш эйәбеҙ.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт фәҡәт иң изге теләктәр һәм арыу-талыу белмәҫ әсәлек хеҙмәтегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе сағылдырған йылы һүҙҙәр генә яңғыраһын, ә балаларығыҙ үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән ҡыуандырһын, хәстәрлек һәм наҙ бүләк итһен!
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет һәм һөйөү теләйем!

Район хакимиәте башлығы И.ФӘТҠУЛЛИН.

Читайте нас: