Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2017, 17:58

Шыршы ҡупшы кейенгән...

Яңы йылды ашҡынып көтөп алмаған бер генә бала ла юҡтыр ул. Шулай булмай ни, йәнең теләгә н тәмлекәстәр менән рәхәтләнеп һыйланыуҙар бары тик ошо бер мәл генә бит ул, ә инде йыл буйына хыял итеп йөрөгән бүләгеңде алып ҡыуаныуҙар – үҙе бер ғүмер! Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың барлыҡ балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрендә Яңы йыл иртәлектәре шаулап-гөрләп уҙҙы.

Ә 29 декабрҙә Йылайыр ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә район хакимиәте уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс-олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн район Яңы йыл шыршыһын ойошторҙо. Матур йола буйынса йыл да үткәрелгән шыршы байрамы был юлы 50 баланы йыйҙы.
Йәш тамашасылар иғти-барына район мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары тырышлығы менән әҙерләнгән сағыу театр-лаштырылған тамаша тәҡдим ителде. Ә бына Балалар ижад йорто хеҙмәткәрҙәре йыйылыусылар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар үткәреп, байрам кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Балалар Ҡыш бабай , Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт персонаждары менән ҡупшы итеп биҙәлгән шыршы тирәләй рәхәтләнеп уйнаны, бейене, йырланы, шиғырҙар һөйләне.
Йыйылыусыларҙы етеп килгән Яңы йыл менән район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин ҡотланы. Ә Илгиз Лирман улының ҡулынан бүләктәр алған алдынғы уҡыусылар был көндө икеләтә ҡыуаныс кисергәндер.
Бөтә балаларға ла Яңы йыл күстәнәстәре тапшырылды, сара аҙағында улар байрам табынына саҡырылды.

Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.
В.Климов фотолары.

Читайте нас: