Ауыл уттары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2018, 11:50

Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә вертолет двигателе узелдарын етештереүҙе баһаланы

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева, Дарья Петрова/.

Дәүләт башлығы Башҡортостандың баш ҡалаһына сәфәре барышында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды. Владимир Путин вертолет двигателдәре узелдарын эшләү һәм ҡороу өсөн етештереү-технология үҙәген ҡараны.
Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе импортты алмаштырыу сиктәрендә күпселек «Ми» һәм «Ка» вертолеттары өсөн тәғәйенләнгән ВК-2500 вертолет турбовал двигателдәре узелдарын етештереү программаһында ҡатнаша. Алдан двигателдәр менән Украина тәьмин иткән. ВК-2500 двигателе компоненттары Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының башҡа заводтары менән Өфө предприятиеһы кооперацияһында етештерелә.
Дәүләт башлығына проект сиктәрендә булдырылған дүрт етештереү-технология үҙәгенең береһен күрһәттеләр. Предприятие хеҙмәткәрҙәре ПТЦ-185 үҙәгенең техник йыһазланышы тураһында һөйләне. Ул ВК-2500 турбина узелдарын һәм сопло аппараттарын етештереүҙә махсуслаша. Өфөлә ВК-2500 двигателенең 900-ҙән ашыу детале һәм йыйыу берәмеге етештереләсәк. Владимир Путин ВК-2500 двигателдәре өсөн Өфө предприятиеһында йыйылған деталдәрҙе һәм узелдарҙы ҡараны. Билдәләп үтергә кәрәк, Өфө предприятиеһына двигателдең «ҡыҙыу» өлөшөн етештереү беркетелгән, двигатель тулыһынса «ОДК-Климов»та йыйыла. Дәүләт башлығына һанлы электр идара итеү системаһы менән йыһазландырылған һәм юғары ҡулланыу сифаттарына эйә булған яңыса ҡоролған ВК-2500П һәм ТВ7-117С двигателдәрен күрһәттеләр. Һуңғыһы Ил самолеттары өсөн тәғәйенләнгән. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе шулай уҡ был двигателдең деталдәрен етештереү кооперацияһына инергә күҙаллай.
Шулай уҡ Президент Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә етештерелгән МС-21 авиалайнерҙары өсөн ПД-14 двигателе деталдәре һәм узелдары, газ ҡыуыу агрегаты экспозицияһын ҡараны. Етештереү урыны менән дәүләт башлығын «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Артюхов һәм Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко таныштырҙылар.
Читайте нас: