Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2018, 18:58

Йылға йомғаҡ яһанылар

Ошо көндәрҙә “Йылайыр урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы һәм Башҡортостан Республикаһының “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Йылайыр урмансылығы буйынса бүлеге коллективтары йыл йомғаҡтарын барлау өсөн йыйылды. Йыйылыш эшендә район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин ҡатнашты.

Башта үткән йылда башҡарылған эштәр һәм киләсәккә пландары хаҡында отчет доклады менән йыйылыусылар алдында “Урмансылыҡтар менән идара итеү” ҡаҙна учреждениеһының Йылайыр урмансылығы буйынса бүлеге етәксеһе И.Н.Игебаев сығыш яһаны. Үҙенең сығышында, Ислам Нуритдин улы, урмансылыҡ сираттағы үҙгәртеүҙәргә дусар булһа ла, 2017 йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамлауын әйтте һәм айырым һандар килтерҙе. Йылайыр урмансылығы урман хужалығы министрлығының республика бюджетын тулыландырыуға булышлыҡ итеүҙә лидерҙар исемлегенә эләгеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды И.Н.Игебаев.

“Йылайыр урмансылығы” эше менән учреждение етәксеһе В.Н.Любимов таныштырҙы. Уның һүҙҙәре буйынса, үткән 2017 йыл учреждение өсөн насар булмаған. Коллективтың эш йомғаҡтары күрһәтеүенсә, үткән йыл, хужалыҡ өсөн унан алдағыға ҡарағанда яҡшыраҡ булыуын баһаланы.

Дәүләт йөкләмәһе бөтә пункттар бу-йынса ла үтәлгән. Үткән йылға финанс-иҡтисади күрһәткестәргә йомғаҡ яһап, В.Н.Любимов урман культураларын үҫтергән һәм предприятиеға күп килем килтергән питомниктарҙың эшен юғары баһаланы.

Район-ара территориаль урман һәм янғын надзорының Йылайырҙағы бүлек начальнигы С.Ю.Никифоров рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыу һәм урман ҡануниәтенең үтәлеше хаҡында һөйләне.

Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин үҙ сығышында, район урман хужалығының әһәмиәте һәм тотҡан урыны хаҡында ентекле һөйләне һәм хужалыҡтың райондың социаль-иҡтисади үҫешендәге роле хаҡында әйтте. Райондағы иң ҙур ойошмаларҙың береһе һаналған урман хужалығының яҡшы эшен һәм үҫешен билдәләне.

И.Л.Фәтҡуллин хужалыҡ етәкселе-генә эшселәр һанын кәметмәҫкә, баҙар иҡтисады шарттарында үҙ эш стратегияһын булдырырға, урман байлыҡтарын үҙләштереүҙә һәм ҡулланыуҙа әүҙемерәк булырға, етештерелгән продукция күләмен арттырырға һәм төрләндерергә, торлаҡ пункттарын йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү эштәрен тағы ла әүҙемләштерергә, урманды һаҡлау бураҙналарын булдырырға һәм үҙҙәре етештергән продукцияны һатыуға сығарырға саҡырҙы.

Йыйылыш һуңында хужалыҡтың иң яҡшы эшселәрен Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр.

Гөлгөнә ТАҺИРОВА.



Читайте нас: