Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль 2018, 11:49

Файҙалы форум

Үткән аҙнала район үҙәгендәге Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында йәштәр форумы булып уҙҙы. Был мәртәбәле йыйын район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге, йәш депутаттар берләшмәһе тарафынан ойошторолдо. Форумда уҡыусылар, студенттар һәм эшләгән йәштәр ҡатнашты.

Форум пленар һәм секция ултырыштары менән генә сикләнмәне, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, уйындар ҙа үткәрелде.

Йыйын эшендә Башҡор-тостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡорол-тай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Даян Солтанғужин, Башҡортостан Республикаһының йәш яҡташтар берекмәһе рәйесе урынбаҫары Байрас Азаматов, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Диана Аҡбутина менән Анастасия Ботвич, йәш ирекмәндәрҙең “Бергә” хәрәкәте ағзалары ҡатнашты.

Форумдың пленар ултырышында район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов, район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Айытҡолова, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы директоры, йәш депутаттар берекмәһе рәйесе Рөстәм Дилмөхәмәтов, Йылайыр район үҙәк дауаханаһының баш табибы Наил Ғиләзетдинов сығыш яһаны һәм йәштәргә үҙҙәренең теләктәрен юлланы.

– Уңышҡа өлгәшеү өсөн үҙ өҫтөңдә күп эшләргә һәм алдыңа маҡсат ҡуйып йәшәргә кәрәк, – тине үҙенең сығышында форум ҡунағы Даян Солтанғужин. – Элегерәк йәштәрҙе берләштереү өсөн һәр төрлө йыйындар, йәштәр һабантуйҙары үткәрелһә, хәҙер улар ошондай форматтағы форумдарҙа осраша. Был дөрөҫөрәктер ҙә. Сөнки бындай форумдар йәштәрҙе йыйып ҡына ҡалмай, ә киләсәккә пландар ҡорорға өйрәтә, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлеш бирә. Ғәҙәттә, бындай форумдар студенттар, йәш белгестәр өсөн үткәрелә. Ә бөгөнгө форумда иһә уҡыусы йәштәрҙең күп ҡатнашыуына һөйөнәм.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө курс студенты Байрас Азаматов, йәш булыуына ҡарамаҫтан, өс тапҡыр төрлө грандтар эйәһе булып өлгөргән. Үҙенең сығышында Байрас гранд алыуға булышлыҡ иткән проекттары хаҡында һөйләне, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

– Беренсе тапҡыр, әле мәктәптә уҡып йөрөгән ваҡытта уҡ, Баймаҡ ерендә үткән “Урал батыр вариҫтары” этнофорумында ҡатнаштым. Унан һуң үҙемдең беренсе проектымды әҙерләнем. Уның менән йәйге ялда ауыл йәштәре алдында сығыш яһап, бәләкәй генә ауыл форумы ла үткәрҙем. “ҠымыҙBREAK” тип аталған проектымды Ростов өлкәһендә үтәсәк аграрийҙар форумына ебәрҙем, күп тә үтмәй унан ҡатнашырға саҡырыу алдым һәм барып, ҡатнашып, гранд алыуға өлгәштем.

2018 йылға пландары менән бүлешеп, йылдың мотлаҡ ыңғай хәл-ваҡиғаларға бай буласағын билдәләне Байрас. Ул шулай уҡ үҙенең эш алымдары, йәш лидерҙың ниндәй булырға тейешлеге хаҡында һөйләне, йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

Форумдың икенсе өлөшөндә йәштәр, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, проекттар төҙөргә, уларҙы яҡларға өйрәнде. Ошонда уҡ ирекмәндәр Диана менән Анастасия төрлө уйындар һәм конкурстар үткәрҙе.


Гөлгөнә ТАҺИРОВА.

Читайте нас: