Ауыл уттары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Май 2018, 18:48

“Гәүһәр күл”дән һоҡланғыс тамаша

Сидоровка ауылы китапханаһы ҡарамағында ойошторолған “Гәүһәр күл” этно-фольклор төркөмө яңыраҡ Үрге Ғәле ауылында матур кисә үткәрҙе.


Был төркөм тураһында бер-ике һүҙ әйтеп китәйек. Тормошобоҙҙо, мәҙәниәтебеҙҙе, онотолоп барған һөнәр- кәсептәребеҙҙе тергеҙеү, өйрәнеү, киләһе быуынға тапшырыу, йәштәребеҙҙә уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу тигән маҡсатта тәүге аҙымдарын яһай “Гәүһәр күл” төркөмө. Эште турпыша һуғыу серҙәрен өйрәнеүҙән башлағандар. Беренсе булып был боронғо эште өйрәнеүгә, турпыша һуғыу станогы һатып алып, Люциә Таһирова менән Гөлсирә Дәүләтҡолова бергәләп тотонған. Төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙе яратҡан төҫтө һалып һуға башлағас, йәйғор төҫтәре менән балҡыған буйлы балаҫ хасил булған. Һуғылған әйберҙәренән күргәҙмә лә ойошторғандар ине сиҙерҙәр. Ә Люциә Таһирова хатта балаҫ һуғып та күрһәтте станогында.

Балаҫ һуғыу борондан ҡатын-ҡыҙҙы эшкә генә түгел, сабырлыҡҡа өйрәткән, матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләгән. Был кәсепкә күмәкләп өйрәнеүҙәре тағы ла бер матур эшкә юлыҡтыра. Башҡорт халҡының ғына түгел, ә кешелек донъяһының иң ҙур рухи байлығы булған ”Урал батыр” эпосын өйрәнеүҙе маҡсат итеп алалар. Донъя кимәлендә әллә күпме телдәрҙә яңғыраған был эпосты һәр башҡорт яттан белергә тейештер тип, унан өҙөктәр ятлағандар, һәр береһе шуларҙы матур итеп яттан һөйләне. Был, әлбиттә, ҙур маҡтауға лайыҡ.

Тыуған еребеҙҙе оло хистәр менән генә яратыу етмәй, уның үткәнен өйрәнергә, тарихын ҡәҙерләргә кәрәк, иҫтәлекле ерҙәрен, матур кешеләрен һаҡларға, күтәрергә тейешбеҙ. Был төркөмдөң исеме лә тәбиғәт ҡомартҡыһы – Аралбай ауылының Гәүһәр күле атамаһынан алынған. Ошо уңайҙан файҙаланып, Файза Ласынова Аралбай һәм Сидоровка ауылдарының тарихы менән дә таныштырып үтте.

Кисә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Фольклор төркөмө ағзалары йырлаған күңелле таҡмаҡ көйҙәренә Гөлсирә Дәүләтҡолова алты йәшлек ҡыҙы Әлимә менән өҙҙөрә баҫып бейене, Гөлнара Ҡотоева – матур йыр, ә Ләйсән Ҡотоева “Заһиҙә” бейеүен башҡарҙы.

Быйыл “Ғаилә йылы” булғас, тамаша ғаилә темаһын да үҙ эсенә алған ине. Китапханасы Ләйсән Ҡотоева ғаилә тураһында мәҡәлдәр, шағир һәм яҙыусыларҙың ҡанатлы һүҙҙәре менән таныштырҙы. Люциә Таһирова, йыл тураһында мәғлүмәт биреп, Сидоровка ауылынан никахтарының 20 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе уңған ғаилә – 15 йылдан ашыу фермер булып эшләүсе Дамир Ҡотоев менән ҡатыны Ләйсән тураһында һөйләне. Ошоға яуап итеп, Ләйсән улы Айтуған менән матур бейеү бүләк итте. Кисә ”Ҡунаҡ”, ”Ике килмәй ғүмер” йырҙары менән тамамланды.

Китапхана мөдире Ләйсән Ҡотоева етәкләгән этнотөркөмдә әлеге көндә Файза Ласынова, Люциә Таһирова, Гөлнур Әбделмәнова, Мәфрүзә Түләбаева, Гөльямал Аллабирҙина, Сәлимә Тауылбаева, Сания, Зөбәйҙә, Гөлнара Боҫҡоновалар, Зилә Рәхмәтова һәм Гөлсирә Дәүләтҡолова ихлас эш башлағандар. Үҙе алдына изге маҡсаттар ҡуйған төркөмдөң юлы оҙон булһын, дәрттәре һүрелмәһен.

Һоҡланғыс, йөкмәткеле тамашалары өсөн “Гәүһәр күл” төркөмө ағзаларына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Сәкинә АСАИНОВА,
мәғариф ветераны.
Үрге Ғәле ауылы.

Читайте нас: