Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май 2018, 17:35

45-тең Еңеүле яҙын яҡшы хәтерләй ветеран

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы алдынан район үҙәгендә йәшәгән Анастасия Федоровна Чекунова 90 йәшлек юбилейы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итте. Район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин да тыл ветеранын күркәм юбилейы менән йылы ҡотлап, Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың ҡотлау открыткаһын тапшырҙы. Илгиз Лирман улы тыл ветеранына ныҡлы һаулыҡ теләне һәм районды үҫтереүҙә фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Юбилейын билдәләгән ауылдашын шулай уҡ Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Геннадьевич Годуленко ла тәбрикләне. Оло юбилейын билдәләгән өләсәләрен ҡотлау һүҙҙәренә ейән-ейәнсәрҙәре лә, бүлә-бүләсәрҙәре лә ҡушылды. Бындай иғтибарҙы көтмәгән Анастасия Федоровна оло ҡыуанысын белдереп, ихтирамдары һәм иғтибарҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡат-ҡат ҡабатланы.

Хеҙмәт ветераны һәм тыл хеҙмәтсәне Анастасия Федоровна 1928 йылдың 26 апрелендә Йылайыр районының Оренбуркино утарында тыуған. Ваҡытына хас, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы Федор Васильевич менән әсәһе Мария Григорьевна Панафидиндарҙың баш балаһы булғанға, кескәй туғандарын ҡарау бәләкәй Настя иңенә төшә. Хеҙмәт Панафидиндарҙың менән тәрбиәләнгән балалары тәртиплелектәре. эшкә талымһыҙлыҡтары менән айырыла. 18 йәшендә генә хеҙмәт юлын башлаған йәш ҡыҙ, хаҡлы ялға тиклем төрлө эштәрҙә эшләй. Тәүҙә район ауыл хужалығы бүлегендә иҫәп буйынса иҡтисадсы була эшләй. Бик оҙаҡ йылдар был өлкәлә эшләгәндән һуң, Йылайыр ауылына күсеп сыҡҡас, таҡта ярыу цехына ҡарауылсы булып төшә. Бында ла байтаҡ йылдар эшләп ташлай.

Анастасия Федоровнаның ике балаһы ла әсәһе янында, район үҙәгендә йәшәй. Әсәләре хәҙер ҙә яңғыҙ тороуына ҡарамаҫтан, балалары көн дә килеп, хәлен белеп, ярҙамлашып китә. Ете ейән-ейәнсәргә, биш бүлә-бүләсәргә өләсәй ул Анастасия Федоровна.

Тыл ветераны Анастасия Федоровна Чекунованы ғүмер байрамы менән беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ. Балаларын ҡыуандырып, һаулыҡта ғүмер итһен ауылдашыбыҙ!

Гөлгөнә ТАҺИРОВА

.


Читайте нас: