Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2018, 19:16

Илебеҙ сиктәре – илебеҙ тарихы

Быйыл 28 май көнө ил һаҡсыларының икеләтә байрамы булып тора. Эйе, оло байрам, оло юбилей. Беҙ СССР тигән матур, дуҫ илдә йәшәнек. Ниндәй ғорур яңғырай ине был һүҙ!

Совет герблы ғорур бағаналар –

Йәшел-ҡыҙыл, йәшел-ҡыҙылдан.

Һеҙ тереме әле? Ныҡ тороғоҙ!

Тик шуныһы –

беҙҙең бөйөк дәүләт Йығылған...

(Ф.Сирбаев)

СССР тарҡалғас, дуҫ илдәребеҙ дошманға әйләнеп бара түгелме?! Йән әсей, йән өшөй...

Рәсәй тигән илебеҙҙе һаҡлайыҡ, ныҡ һаҡлайыҡ!

Рәсәй ун һигеҙ ил менән сиктәш. Башҡа бер генә илдең дә ундай күп күршеләре юҡ. Шуның өсөн дә ил сиген һаҡлауға көн дә 11 меңдән ашыу пограннаряд, унлаған корабль, катерҙар сыға. Һауа границаһын пограничник-летчиктар һаҡлаһа, диңгеҙҙә – моряктар.

Йоҡобоҙ тыныс, көндәребеҙ аяҙ булһын өсөн нисәмә кеше һаҡта тора!

Был көн бөтәбеҙ өсөн дә ҙур байрам, илебеҙ сиген һаҡлаған ветерандарыбыҙҙы ла оноторға тейеш түгелбеҙ.

Юлдыбай ауылында йәшәүсе ветеран-пограничник Нурис Иҫәкәев тураһында булыр һүҙем.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шаһишәриф Иҫәкәевтең күп балалы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән Нурис. Мәктәптә алдынғы уҡыусы, спортсы, комсомолец, әҙәбиәт яратыусы, типһә тимер өҙөрлөк тәртипле егетте һалдатҡа алынғас, Белоруссияла сик буйы ғәскәрҙәренә билдәләйҙәр.

Унда Нурис сержанттар мәктәбен тамамлай һәм ил сигенең яуаплы участкаһына ебәрелә. Ҡурҡыу белмәҫ сержант 1974 йылдың 20 июлендә рядовой Иван Петрович Иванов менән юғары уяулыҡ, оҫталыҡ күрһәтеп, сик боҙоусыны тоталар. Сержант Н.Ш.Иҫәкәев КПСС ағзалығына кандидат, иң яҡшы отделение командиры, хәрби һәм сәйәси әҙерлек отличнигы, әүҙем йәмәғәтсе була, “За отличие в охране государственной границы СССР” билдәһе менән наградлана.

Атаһы Совет армияһының элекке старшинаһы, Көнбайыш Украинаны азат итеүҙә ҡатнашыусы Шаһишәриф ағай ике тапҡыр яраланғас, уны сик буйы ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә күсерәләр. Дошман лазутчиктары, диверсанттары, шпиондары менән күп тапҡырҙар йөҙгә-йөҙ осрашҡан атаһы ла Нурис өсөн өлгө булып торған. Сөнки ул үҙенең башынан үткәндәрҙе һөйләп, улдарында Тыуған илде яратыу тойғоһо тәрбиәләгән.

Ҡыйыу ил һаҡлаусыһы Нурис тураһындағы һарғайып бөткән гәзит биттәре, туҙа башлаған бик күп грамоталар, миҙалдар, уларҙы дөрөҫләүсе документтар минең алдымда ята. Уларҙы тулҡынланмай уҡыу мөмкин түгел. Йәп-йәш һылыу егет ҡарай фотоларҙан...

Нисәмә йылдар буйы быларҙы Нуристың хәләл ефете, Йомағужа ауылы ҡыҙы Миңһылыу Шәкирйән ҡыҙы Иҫәкәева (Ҡотоева) матур иҫтәлек итеп, ҡәҙерләп һаҡлай. Шулай булмай ни, был егетте армияға оҙатыусы ла, көтөп алыусы ла ул – Миңһылыу бит!

Әрме сафтарынан ҡайтҡас та Нурис гел етәксе эшендә булды. Ойоштороу һәләте барлығын белеп тә уны техник хеҙмәтләндереү звеноводы, Воскресенка бүлексәһендә управляющий, МТМ етәксеһе, механик, Юлдыбай СПТУ-һында уҡытыусы-мастер иткәндәр. Гел маҡталып ҡына эшләне. “Отличник профтехобразования РФ” билдәһе, бик күп кенә Маҡтау грамоталары уның алдынғы булыуы тураһында һөйләй.

Нурис менән Миңһылыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе, хәҙер улар һөйөклө ҡартатай-ҡартәсәй. Бик күп туғандары, дуҫтары менән ҡатышып, аралашып йәшәйҙәр. Ауылда өлгөлө ғаиләләрҙең береһе булып һаналалар.

Миңһылыу хаҡлы ялға киткәнсе совхозда бухгалтер булып эшләне. Бер-береһен ҡараштарынан ғына аңлап, һаҡлап ҡына тороусы һоҡланғыс кешеләр улар!

Ил сиген һаҡлаусылар көнө Нурис ғаиләһе өсөн икеләтә байрам: был көн алдынан ғына уның тыуған көнө. Нурис Шаһишәриф улының күк йөҙө аяҙ, йоҡоһо тыныс, ғүмере оҙон булыр тип ышанам. Сөнки ғаилә мәнфәғәттәре һағында – һинең хәләл ефетең, ил һағында – пограничниктар!

Әминә РӘМОВА.
Воскресенка ауылы.

Читайте нас: