Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2018, 20:44

Ҡәҙер кисе

Был изге айҙа бер бөйөк төн бар. Беҙҙә уны ҡәҙер кисе тип атайҙар. Был төндә изге ҡөръәнде Жәбрәил фәрештә аят-аят итеп пәйғәмбәр Мөхәммәткә еткерә башлай һәм ул дауам ителә 23 йыл буйына. Һәм иң һуңғы «л-Баҡара сүрәһенең 182-се аяты пәйғәмбәр вафат булыуға 9 көн ҡалғас ҡына уға индерелә.


Ҡөръәндә был кискә бағышланған «л-ҡадыр сүрәһендә Аллаһы тәғәлә әйтә: «Был кисә мең айҙан да хәйерлерәк» тип. 1000 ай ул 83 йылға тиң. Йәки оҙаҡ ғүмер ҡылған бер кешенең ғүмере ул. Тимәк беҙ ҡәҙер төнөн ғибәҙәттә үткәрһәк, 83 йыл буйы ғибәҙәт ҡылған һымаҡ булабыҙ. Ҡәҙер кисе беҙҙә шарт буйынса 26-сы Рамаҙандан 27-һенә ҡараған төндә, йәғни, 10-сы июндән 11-се июнгә ҡараған төндә булырға тейеш тип фараз ителә. «Әммә пәйғәмбәр әйтте, уны Рамаҙан айының һуңғы 10 көнлөгөндә 21,23, 25, 27, 29-сы төндәрҙә эҙләгеҙ тине. Был инде беҙҙең күберәк изге айҙа ғибәҙәттә булыуыбыҙҙы теләгәндер Алланың илсеһе. Был төндә мәсеттәргә йыйылып йәмәғәт булып, ауыҙ асып, аҡшам, төнгө намаҙ һәм тәрәүих, тәсбих намаҙҙары ҡылып, ҡөръән уҡып һәм зикр үә доғала булып һәм сәхәр ашап, иртәнге намаҙ уҡып ҡайтһаң, изге ғәмәле үҙегеҙгә генә файҙалы булыр. Рамаҙан айы доғалар ҡабул була торған ай. «Был кистә доғалар икеләтә тиҙерәк ҡабул булыр тип әйтелә хәҙистә. Уйланырға урын бар, йәмәғәт, яҙмышыбыҙға битараф булмайыҡ. Аллаһы тәғәләғә беҙҙең яҙмышыбыҙ алдан уҡ билдәле, әммә төндө ғибәҙәттә үткәреп доға ҡылһаҡ, яҙмышыбыҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер Ин Ша Аллаһ. Кемдеңдер гонаһы күп ярлыҡаныр, бурысың булһа, уйламаған ерҙән бәрәкәт килер һәм бурысыңды ҡапларһың, өйләнмәгән кеше үҙенең киләсәктә хәләл ефетен табыр, кейәүгә сыҡмай ултырған ҡыҙҙарға аҡ атлы принц килер. Балаларығыҙҙың тормошонда иман, рәхмәт үә бәркәт юлы асылыр.

«Иң хәйерлеһе, әлбиттә, ожмахҡа эләгеүеңде һорауҙыр, мөхтәрәм йәмәғәт. Рамаҙан айының һуңғы 10 көнлөгөндә иғтиҡаф тигән төшөнсә бар. Нимә ул иғтиҡаф? Ул бер көндән алып, 10 көнгә тиклем ир-аттарҙың мәсеттә йәшәүе. Был ваҡытта тик дини ғилем алып һәм ғибәҙәттә булыу кәрәк. Донъя мәшәҡәтенән әҙәм балаһы был көндәрҙә баш тарта. Мәсеттән тышҡа тик хәжәтен үтәргә, ризыҡ алыу өсөн сығырға йә иһә берәй туғаны, күршеһе йә танышы вафат булһа ғына сығып килергә рөхсәт ителә. Ҡатын-ҡыҙҙар ихтиҡафты өйҙәрендә ҡыла алалар. Тәртип юғарыла әйтеп үтелгәнсә. Мәсеткә килеп бер нисә сәғәт ихтиҡаф ҡылыу ҙа дөрөҫ була. Ихтиҡаф ҡылған ваҡытта кешенең күп гонаһтары ғәфү ителер һәм ул тамуҡ утынан ҡотолор.

15-се июнь көнө иртәнге сәғәт 9-ҙа районыбыҙҙың бөтә мәсеттәрендә лә Ураҙа ғәйете үткәрелә. Барығыҙ ҙа Аллаһы тәғәләнең рәхмәтендә булып ике донъя бәхетенә ирешергә насип әйләһен. Амин.

Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт.


Читайте нас: