Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль 2018, 18:48

Район үҙәге матурая

Дәүләт Думаһына һайлауҙар барған ваҡытта уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, күп ҡатлы йорттар ихаталарын төҙөкләндереү, мәҙәни-йәмәғәт урындарын үҫтереү – иң йыш күтәрелгән мәсьәләләр булып тора ине. Халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алып, Рәсәйҙә һәм республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ғәмәлгә ашырыла башлауы тураһында гәзитебеҙҙең үткән һандарында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был проект тап ҡала халҡының йәшәйеш кимәлен күтәргән, йәшәү сифатын арттырған сара булараҡ күҙаллана.

2012 йылдан бирле эшләп килһә лә ул ошоғаса район үҙәктәренә ҡағылмағайны. Әммә проектты тормошҡа ашырған ваҡытта эре ҡалалар ғына түгел, бәләкәй муниципалитеттар ҙа уңайлы мөхиттә йәшәргә ынтылыуын иҫәпкә алып, проект райондарға ла йөҙ менән боролдо. Быйылдан башлап “Берҙәм Рәсәй” партияһы бюджет средстволары менән берлектә йәмәғәтселек факторҙарын да берләштереп, ауыл һәм район үҙәктәрен төҙөкләндереүгә ризалыҡ бирҙе.
2018 йылдың февраленән алып ҡайһы райондарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа, ниндәй йәмәғәт урындарын ипкә килтерергә кәрәклеген асыҡлау маҡсатында халыҡтан һорау алыу үткәрелде. Ай буйына халыҡ үҙенең теләген белдереп, тауыш бирә алды. Ошо арауыҡта 78 мең мөрәжәғәт һәм тәҡдим ҡабул ителгән. Уларҙа телгә алынған 196 территорияның 109-ы һайлап алынған. Ә тауыш биреүҙә Башҡортостандың 24 муниципалитеты ҡатнашҡан, улар араһында халыҡ һаны 20 мең кешегә етмәгән район үҙәктәре лә бар.

Шул иҫәптән беҙҙең район етәкселеге лә “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына әүҙем ҡушылды һәм район үҙәгендәге Үҙәк майҙанды, Ҡыҙыл партизандар урамына ҡараған 96A, 96 Б һанлы күп фатирлы йорттар ихатаһын төҙөкләндереү инициативаһын хупланы. Әле ике майҙансыҡта ла төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу темпта бара. Үҙәк майҙандың асфальт япмаһы алмаштырылһа, Ҡыҙыл партизандар урамындағы ихатала иһә уларға инеү урындары, газон, тротуар эшләнәсәк, сүп-сар һауыты, ултырып ял итеү өсөн эскәмйәләр урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡ балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү күҙ уңында тотола.

“Берҙәм Рәсәй” парти-яһының урындағы бүлек-сәһенең етәксеһе Дилором Идибой ҡыҙы Мусина әйтеүенсә, федераль һәм республика бюджетынан 3 миллион 204 мең һум күләмендә бүленгән суммаға атҡарылаһы төҙөкләндереү эштәре, план буйынса, 8 июндә башланған һәм 31 авгусҡа тамаланырға тейеш. Эштең барышы район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллиндың һәм хакимиәт белгестәренең айырым иғтибар үҙәгендә. Проектты бойомға ашырыуға йәлеп ителгән подрядсылар – Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡарай. Көндөң эҫе тороуына ла ҡарамаҫтан, ҡыҙыу ҡояш аҫтында көнө буйына эш бер минутҡа ла туҡталып тормай. Тимәк, “Берҙәм Рәсәй” партияһының был проекты ла үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡарылыр, Йылайыр район үҙәге халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙенең таҙалығы, ҡупшылығы менән ҡыуандырыр, тип ышанғы килә.
Зөлфирә Ҡоҙашева.

В.Климов фотоһы.
Читайте нас: