Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2018, 18:40

«Бурыслы” операцияһы бара

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының күрһәтмәһе нигеҙендә 11 сентябрҙән 19 сентябргә тиклем район территорияһында “Бурыслы” тип аталған оператив-профилактика сараһы үткәрелә. Маҡсаты – һәр төрлө административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн һалынған штрафтарҙы түләтеү.

Административ штрафты закон билдәләгән ваҡытҡа түләмәгән өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 1-се өлөшөнөң 20.25-се статьяһы буйынса яуаплылыҡ ҡаралған. Шуға ярашлы, ғәйепле кешегә түләмәгән административ штрафының икеләтә күләмендә (ләкин бер мең һумдан да кәм түгел) штраф һалына, йә ул ун биш тәүлеккә тиклем административ ҡулға алына, йә илле сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәргә йәлеп ителә. Йәғни тәртип боҙоусы уға һалынған, әйтәйек, 500 һум штрафты ваҡытында түләмәһә, уға аҙаҡтан кәмендә 1000 һум, өҫтәүенә тәүҙә һалынған штрафты ла түләргә тура киләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына ярашлы ғәйепле кеше административ штрафты шул турала ҡарар көсөнә ингән көндән алып 60 көн эсендә, йә түләү кисектереп торолған ваҡыт үткәс тә түләргә тейеш.

2018 йылдың 5 айында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре тарафынан РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 1-се өлөшөнөң 20.25-се статьяһы буйынса ҡаралған административ штрафты закон билдәләгән ваҡытҡа түләмәүҙең 34 факты теркәлгән. Шуларҙан 12 кешегә ҡарата административ ҡулға алыу тураһында ҡарар сығарылған.

Шулай уҡ үрҙә әйтелгән Кодекстың 5-се өлөшөнөң 32.2-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәр көсөнә инде. Шуға ярашлы штрафты үҙ иркең менән түләү срогы үтһә, ә уның түләнеүен раҫлаусы документ булмаһа, штраф һалыу тураһында ҡарар сығарған судья, вазифалы кеше, уны мәжбүри түләттереү өсөн, өс тәүлек эсендә ҡарарҙы суд приставына ебәрә.
Читайте нас: