Ауыл уттары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2018, 18:56

Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел...

Үргеғәлеләрҙең әүҙемлегенән миҫал алырға була, улар бер ҙә тик ултырмай. Бына яңыраҡ ҡына Үрге Ғәле ауылы зыяратын кәртәләү буйынса өмә ойоштороп, эште дәррәү генә башҡарып та ҡуйҙы улар. Ҡасандыр был ауылдан сыҡҡан, йәшәп киткән һәм урындағы халыҡ ял көнө сығып, зыярат кәртәһен яңыртты. Унда ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таһиров үҙе лә ҡатнашты.

– Зыярат беҙ бөтәбеҙ ҙә бара торған аҙаҡҡы төйәгебеҙ инде, нимә тиһәң дә. Уны тәртиптә тотоу һәр кем өсөн зарур. Бөгөнгө был өмәгә халыҡтың күп килеүен күреү ҡыуаныслы. Изге эштә ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәрҙең дә ҡайтып ҡатнашыуы һөйөндөрҙө. Бөтәһе 50-нән ашыу ир-егет эште тиҙ арала башҡарып та ҡуйҙы, уларҙың һәр ҡайһыһына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ, – тине Юнир Әбдрәхим улы.
Зыяратты кәртәләүгә материалдарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте һатып алған.
«Тереләрҙең – ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел», – тиҙәр беҙҙең халыҡта. Изге ғәмәл башҡарылды: туғандарыбыҙ, яҡын-дарыбыҙ ҡәберенә барып, уларҙың яҡты рухы алдында баш эйеү ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереүҙән дә ғибәрәт. Унда беҙ эшләп кенә ҡалманыҡ, ошо зыяратта ятҡан яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ тураһында хәтирәләребеҙҙе яңырттыҡ. Был изге сара әрүахтарҙан фатиха алыу менән бер. Ғөмүмән, мосолмандар өсөн ҡәберлектәрҙе тәрбиәләп тотоу, мәрхүмдәргә зыярат ҡылыу – сауаплы эш», – тине өмәлә ҡатнашҡан район Советы депутаты Барис Ишбулды улы Солтанов.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Читайте нас: