Районы үҙәгендә яңы янғын депоһы асылды.
Депоны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Шәриф улы Мәһәҙиев ҡатнашты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы эске хеҙмәт генерал-майоры Марат Рәйес улы Латипов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Яңы депо “Башҡор-тостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы төҙөлдө. Республика Хөкүмәте вице-премьеры М.Ш.Мәһәҙиев үҙенең сығышында юбилей объект-тары исемлегенә дүрт янғын депоһы төҙөү индерелгән булһа, шуларҙың тәүгеһе нәҡ бөгөн Йылайыр ауылында сафҡа инеүен билдәләне. Йыл аҙағына тиклем Белорет районында – ике, Баймаҡта бер депо төҙөләсәк. Был башланғыс урындағы халыҡты янғын хәүефенән аралау, авария-ҡотҡарыу эштәренең ойошҡанлығын тәьмин итеү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла.
Йылайырҙағы иҫке янғын депоһы бынан 90 йыл элек төҙөлгән. Ул башта атлы янғын командаһы өсөн тәғәйенләнгән булғанлыҡтан, заманса янғын техникаһын урынлаштырыу өсөн тар ҙа, ҡулайһыҙ ҙа ине.
Яңы янғын депоһы – төбәк Хөкүмәте тарафынан раҫланған оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән Янғын-ҡотҡарыу көстәре үҫеше стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән тәүге объект. Район биләмәһенең 58 проценты урманлы төбәк булыуын, бында йорттарҙың башлыса ағастан һалыныуын иҫәпкә алһаҡ, депоның әһәмиәте бермә-бер арта.