Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2018, 11:43

БАШҠАЛАРҘАН ЯҠШЫРАҠ ЭШЛӘРГӘ КӘРӘК

Өфөнөң Конгресс-холы тыңлаусылар менән тула. Йөҙҙәренә мәңге етдилек сығарған, бер иштән кейенгән һәм бер иш прическалы депутаттар ғына түгел ине улар. Башлыҡты тыңларға бөтөнләй көтөлмәгән кешеләр саҡырылған. Бына – республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, зал уны, элекке һымаҡ, аяғүрә баҫып ҡаршылай, ә бына икенсеһе – Рөстәм Хәмитов. Беренсе рәттең мөйөшөндә күренекле табип һәм сәйәхәтсе Эрнст Мулдашев тын ғына тыңлап ултыра, бына биш бала тәрбиәләгән ишле ғаилә, ә бына яңғыҙы ҡораллы енәйәтсегә ҡаршы сыҡҡан ЮХХДИ хеҙмәткәре. Бөтә балконды блогерҙарға биргәндәр – унан селфи төшөрөү уңайлыраҡ.Республика башлығы залда йыйылғандарға һәм бер сәғәткә телевизор экрандарына һәм планшеттарға текәлгәндәргә нимәләр һөйләне һуң?

Өфөнөң Конгресс-холы тыңлаусылар менән тула. Йөҙҙәренә мәңге етдилек сығарған, бер иштән кейенгән һәм бер иш прическалы депутаттар ғына түгел ине улар. Башлыҡты тыңларға бөтөнләй көтөлмәгән кешеләр саҡырылған. Бына – республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, зал уны, элекке һымаҡ, аяғүрә баҫып ҡаршылай, ә бына икенсеһе – Рөстәм Хәмитов. Беренсе рәттең мөйөшөндә күренекле табип һәм сәйәхәтсе Эрнст Мулдашев тын ғына тыңлап ултыра, бына биш бала тәрбиәләгән ишле ғаилә, ә бына яңғыҙы ҡораллы енәйәтсегә ҡаршы сыҡҡан ЮХХДИ хеҙмәткәре. Бөтә балконды блогерҙарға биргәндәр – унан селфи төшөрөү уңайлыраҡ.
Республика башлығы залда йыйылғандарға һәм бер сәғәткә телевизор экрандарына һәм планшеттарға текәлгәндәргә нимәләр һөйләне һуң?
Дәүләттең бигүк ваҡ булмаған бурыстары хаҡында
Тәүге минуттарҙа уҡ республика чиновниктарына донъяның иң уңышлы мэрҙарының береһе иҫәпләнгән Нью-Йорктың элекке мэры Рудольф Джулиани һымаҡ булыу бурысы ҡуйылды. Уның “ватылған тәҙрәләр теорияһы”, хатта иң насар хәлде лә, әгәр көн дә тырышһаң, яҡшы яҡҡа үҙгәртеп була, тип өйрәтә. Мәҫәлән, енәйәтселеккә батҡан Гарлемды ул бөгөн урта синыф кешеләре йәшәгән уңышлы биҫтәгә әйләндерә алған. Әгәр ҙә инде бер генә булһа ла “ватыҡ тәҙрә”гә күнһәк, проблема хәл ителмәйәсәк.
– Балаларҙың түшәме емерелергә торған мәктәптә уҡыуына юл ҡуйырға ярамай. Кешеләрҙең сәғәттәр буйы поликлиникала, күп функциялы үҙәктә сиратта тороуына, ҡыш автобус туҡталыштарында өшөүенә юл ҡуйырға ярамай. ХХI быуатта балаларҙың мәктәпкә дөм ҡараңғыла йөрөүенә битараф ҡалырға ярамай. Власть йорттарҙы яҡтылыҡ һәм йылылыҡ менән тәьмин итергә, уларға ремонт яһарға, юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға, урамдарҙа, ихаталарҙа, подъездарҙа таҙалыҡ булдырырға тейеш. Көндәлек эштә бер ниндәй ҙә ҡаһарманлыҡ юҡ, әммә республика халҡы үҙҙәре өсөн бик мөһим булған нәҡ ошо көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙе көтә, – тине Радий Хәбиров.
Миллиардты ҡайҙан табырға
Ваҡытының яртыһын, бәлки саҡ ҡына күберәгендер ҙә, Радий Хәбиров социаль мәсьәләләргә бағышланы. Ошо ярты сәғәт эсендә хөкүмәткә тиҫтәләгән яңы бурыстар ҡуйылды. Мәҫәлән, балалары баҡсаға йөрөгәндәрҙең барыһына ла ата-әсәләр түләүен компенсациялауға миллиард һум аҡса табырға, инвалид баланы ҡараған өсөн пособие күләмен, ошондай бала тәрбиәләгән ғаиләләргә балаларын реабилитациялауға, шул иҫәптән шәхси үҙәктәрҙә, сертификаттар биреүҙе арттырырға. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе фатир менән тәьмин итеүгә сығымдарҙы 200 миллион һумға тик-лем, биш һәм унан күберәк балиғ булмаған балалы ишле ғаиләләр өсөн торлаҡҡа 500 миллион һумға тиклем арттырырға кәрәк...
Ошо мәлдә эштәрҙең күләмлегенән финанс министрының йөҙөндә хәсрәт һәм ҡот осоу сағылғандыр ҙа, моғайын, ләкин беҙгә уны күрһәтмәнеләр.
Ә йөкләмәләр йөкләтелде генә.
– Әүҙемлек күрһәтегеҙ, кәрәкле белгестәрҙе үҙегеҙ эҙләгеҙ, социаль, көнкүреш йәһәтенән уларға ярҙам итегеҙ. Улар өсөн хатта йырлай һәм бейей алаһығыҙ – тик улар һеҙҙә ҡалһын ғына. Бөтә тырышлығығыҙға яҡташтарығыҙҙың сәләмәтлеге бүләк буласаҡ, – тип аңлатты Радий Хәбиров төбәктә табиптарҙың етешмәүен.
Ҡыҙыҡ, бейеп йөрөгән район башлығын күрер кәрәк ине.
Матур йәшәргә кәрәк
Икенсе ярты сәғәтен Радий Хәбиров “комфортлы мөхит” тип аталған темаға арнаны – бөтә ерҙә лә матур, уңайлы, ҡулай булһын, кешеләрҙең тыуған яҡтарын ташлап китеү уйына килмәһен.
– Кешеләр менән ҡайҙа ғына осрашһам да, уларҙы бик күп ирҙәрҙең лайыҡлы эш эҙләп республиканан ситкә китеүе борсой. Республикабыҙ өсөн был бөгөн иң мөһим проблемаларҙың береһе, тип иҫәпләйем мин. Беҙгә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән яңы эш урындары кәрәк. Яңы производстволар асасаҡбыҙ, – тине Хәбиров.
Йәки бына ауыл хужалығы. Башлыҡ фекеренсә, агросәнәғәт комплексы иҡтисадыбыҙҙың иң перспективалы үҫеш нөктәләренең береһенә әүерелә ала.
– Бөгөн беҙ 350 миллиард һумлыҡ ҡулланабыҙ, ә иң яҡшы тигәндә лә 170 миллиард һумлыҡ ҡына етештерәбеҙ, йәғни ҡеүәтебеҙҙең яртыһынан аҙыраҡ. Хатта әҙер аҙыҡ-түлек тә түгел бит әле, башлыса сеймал сығарабыҙ, шул арҡала өҫтәмә хаҡтан байтаҡ табышты юғалтабыҙ, – тине Хәбиров.
Шунан республика етәксеһе беҙҙә мәктәп тамамлағандарҙың сирек өлөшөнән ашыуы йыл һайын башҡа төбәктәрҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға китеүен хәтергә төшөрҙө. Уларҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу өсөн беҙҙең университеттар Рәсәйҙең алдынғы вуздары кимәлендә булырға тейеш! Бының өсөн хөкүмәткә киләһе йыл аҙағына тиклем Технополис – республика Фән һәм технологиялар йортон булдырырға, ҡайҙа һәм нисек итеп вуз-ара кампус – заманса ҙур дөйөм ятаҡ төҙөү мәсьәләһен уйлашырға тейеш.
Йәки бына беҙҙең ихаталар. Әле өс меңгә яҡын ихата кисекмәҫтән ремонтлауҙы талап итә. Бының өсөн Башҡортостан киләһе йыл 3,4 миллиард һум бүләсәк, тағы ла бер миллиард һум подъездарҙы ремонтлауға бүленәсәк.
– Бындай программалар башҡа төбәктәрҙә эшләй ҙә инде. Алты йылда 26 меңдән ашыу подъезды төҙөкләндереп, проблеманы тулы-һынса хәл итеүҙе планлаштырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың
яңы девизы
Башҡортостанда беренсе булып “БЕҘ ЯҠШЫРАҠ БУЛДЫРАБЫҘ!” тигән яҙыулы футболкалар сығарыусы байығасаҡ. Нәҡ ошо һүҙҙәр, башлыҡтың фекеренсә, алдағы күп йылдарға беҙҙең девизыбыҙ булырға тейеш, башҡа сарабыҙ юҡ.
Нимә ул ғәҙеллек?
– Республикабыҙҙа ғәҙеллеккә ихтыяж ҙур, көндәлек эштәрҙә, һәр кеше тормошонда һиҙелә ул. Шуға ла йондоҙҙарға ынтылырҙан алда иң элек ошо ерҙәге, кешеләр өсөн ысын мәғәнәһендә мөһим булған ябай ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Ғәҙеллекте мин нисек аңлайыммы?
Кешеләр намыҫлы эшләп, бының өсөн лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алһа.
Дәүләткә тиҫтәләрсә йыл ғүмерен биргән ветерандар үҙҙәрен онотолған һәм мәхрүм итеп тоймаһа.
Бизнесҡа дәүләт ярҙамы “үҙебеҙҙеке-ләр”гә һәм “сит-ят”тарға айырмайынса күрһәтелһә.
Етәксенең “иң яратҡан хеҙмәткәрҙәре” бул-маһа.
Закон алдында барыһы ла тиң булһа.
Алға киткән муниципалитеттар артта ҡалғандарға ярҙам итһә.
Ғөмүмән, көслөләр көсһөҙҙәргә – ҡарт-тарға, балаларға, аҙ тәьмин ителгәндәргә, махсус ихтыяжлы кешеләргә ярҙам итһә. Сөнки был — ғәҙел.
Ғәҙеллек – әшнәлек күренештәренең бөтөнләй булмауы ул. Ауылдарыбыҙҙағы һәр егет йәки ҡыҙ, әгәр ул яҡшы уҡый, һәләттәрен үҫтереү өҫтөндә бик күп эшләй икән, үҙебеҙҙә, тыуған республикаһында уңышҡа өлгәшә аласағына ышанырға тейеш.
Станислав ШАХОВ.
Читайте нас: