Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2019, 19:09

Яугир-интернационалистар хөрмәтенә

15 февралдә илебеҙ совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығын билдәләне.

15 февралдә илебеҙ совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығын билдәләне.
Афған һуғышы беҙҙең район өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Йылайыр районынан был ҡан-ҡойошта 47 егет ҡатнаша, ә Йомағужа ауылынан Рафаэль Ҡолһарин шул яуҙа батырҙарса һәләк була.
Афған. Илебеҙ тарихының әрнеүле һәм ҡайғылы бер бите. Ауыр булһа ла, был тарих битен оноторға ярамай. Сөнки был һуғыш күпме йәш егеттең ғүмерен өҙҙө, күпме ғәзиз улдарҙың мәғәнәһеҙ һуғыш яланында ҡаны ҡойолдо. Ғәзиз улдарын, һөйөклө ирҙәрен юғалтҡан әсәйҙәрҙең, ҡатындарҙың әсе күҙ йәше өс тиҫтә йыл үтһә лә һаман кипмәй...
Йола буйынса, 15 февралдә, Афғанстанда һәләк булғандарҙы хәтергә алыу менән бергә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарға тәрән ихтирам күрһәтелә. Хәтер сараһы беҙҙең район үҙәгендә лә үтте.
Сара район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин, райондың ветерандар советы рәйесе Н.И.Булавина, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм Афғанстан һуғышы ветерандары ҡатнашлығында үтте.
Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡул-лин һуғыш ветерандарын был иҫтәлекле көн менән ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Был көн – тарих битенә уйылып ҡалған көндәрҙең береһе. Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Бөгөн залда ултырған афған һуғышы ветерандарына тағы бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Артабанғы тормош юлығыҙ яҡты һәм тыныс булһын, – тине Илгиз Лирман улы.
Сараны район мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең һәүәҫкәр артистары һәм балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары биҙәне.
Ошо уҡ көндө, традиция буйынса, Йомағужа ауылында Хәтер митингыһы һәм Афғанстанда һәләк булған яугир Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш үткәрелде.
Митингыла Рафаэль Ҡолһариндың әсәһе, туғандары, ауылдаштары, Афғанстан буйынса яуҙаштары ҡатнашты. Сығыш яһаусылар Рафаэль Ҡолһаринды тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды, бындай һуғыштарҙың башҡаса бер ҡасан да булмауын теләне.
Митинг Р.Ҡолһарин иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка веноктар һалыу менән тамамланды.
Ә милли көрәш буйынса турнирҙа быйыл 12 ауырлыҡ категорияһында 50-гә яҡын көрәшсе бил һынашты. Үҙ тиңдәштәре араһында 1-се урындарҙы Нурислам Әхмәров (Йылайыр), Тимур Сиражетдинов (Юлдыбай), Рияз Иҫәндәүләтов (Юлдыбай), Эдуард Горшенин (Юлдыбай), Артур Аллабирҙин (Матрай), Рушан Иҫәндәүләтов (Юлдыбай), Данил Игебаев (Йылайыр), Юнир Торсонбаев (Матрай), Хәлит Йәрмөхәмәтов (Юлдыбай), Азамат Кәримов (Матрай), Мирсәйет Аҡҡужин (Йомағужа), Рәил Атанбаев (Йылайыр) яуланы.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: