Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май 2019, 12:33

Владимир Путин авиаһәләкәт сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынды

Владимир Путин Тикшереү комитеты рәйесе Александр Бастрыкин, транспорт министры Евгений Дитрих һәм сәләмәтлек һаҡлау министры Вероника Скворцованың "Аэрофлот" дәүләт авиакомпанияһының "SSJ-100" самолетында булған фажиғә һөҙөмтәләре тураһындағы докладтарын тыңланы.

Ил етәксеһе авиаһәләкәткә килтергән сәбәптәрҙе тикшереү, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә һәм йәрәхәт алыусыларға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса эш барышы менән танышты.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Мәскәү – Мурманск рейсы менән осоусы "Аэрофлот" авиакомпанияһы самолеты "Шереметьево" аэропортында фажиғагә тарыны. Унда 41 кеше һәләк булды, төрле дәрәжәлә тән йәрәхәттәре алған туғыҙ кеше дауаханаларға оҙатылды.
Самолетта 78 кеше, шул иҫәптән, биш экипаж ағзаһы булған.
Читайте нас: