Ойоштороусылар – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы. “Урал аръяғы-2019” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы – төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу маҡсатында уҙғарылды.
Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янында митингта ҡатнашты, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалды. Бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһаны.
“Бөгөн Сибайҙа тарихи көн – эшлекле ҙур форум үтә. Унда сит ил вәкилдәре, федераль һәм төбәк вәкилдәре ҡатнаша. Иң мөһиме – сараның һөҙөмтәһе булһын, яңы эш урындары барлыҡҡа килһен, инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылһын”, – тине сығышында Радий Хәбиров.
Форумға 11 илдән – Австрия, Иордания, Болгария, Франция һәм башҡаларҙан вәкилдәр килде. Сарала Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты. Форумда ҡалалар үҫеше, туризм, экология һәм инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Инвестиция һабанту-йында дүрт секция эшләне. “Экология 2.0 Инвестиция үҫеше өсөн глобаль саҡырыуҙар һәм ҡеүәт” исеме аҫтында эшләгән секцияла тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, ҡалдыҡтарҙы рекультивациялау мәсьәләләре ҡарала.
Һорауҙарға секция спикерҙары, шул иҫәптән Башҡортостандың Хәүефһеҙлек эшмәкәрлеге ғилми-тикшереү институты директоры Лариса Белан, “Рәсәй экология операторы” компанияһы генераль директоры Денис Буцаев, Хорватия парламенты ағзаһы Иван Пернар яуап бирә.
“Биләмә маркетингы халыҡ-ара тәжрибәһе” секцияһында Төркиә, Сербия, Болгария, Австрия илдәре сәйәсмәндәре һәм бизнесмендары үҙҙәренең иң яҡшы эш тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашты.
Матбуғат хеҙмәткәрҙәре иһә “Медиа һәм йәмғиәт. Төбәккә инвестициялар йәлеп итеүгә матбуғаттың йоғонтоһо” тип аталған майҙансыҡта фекер алышты.
Был сараның эшендә респуб-ликабыҙҙан Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, тележурналист, публицист Азамат Сәйетов, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил, Күгәрсен райондары матбуғат хеҙмәткәрҙәре һ.б. ҡатнашты.
Сараның төп эш күрһәткесе булған килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Урал тау-металлургия компанияһы етәкселәре Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеү һәм ер аҫты руднигын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
I Бөтә Рәсәй инвестиция һабанту-йының иҫтәлеге итеп, ҡаланың Үҙәк майҙаны сәхнәһе ҡаршыһына плитә һалынды.
Артабан ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн республиканың сәхнә йондоҙҙары сығыш яһаны. Сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары “Пицца” төркөмө, Сәғиҙулла Байегет, Гөлназ Асаева һ.б. эстрада йырсыларының сығыштарын тамаша ҡылды.
Инвестиция һабантуйында ҡатна-шыусылар икенсе көнөнә Әбйәлил районында үткәрелгән башҡорт халҡының милли байрамы – һабантуй байрамына юлланды. Унда беҙҙең район вәкилдәре лә ҡатнашты. Беҙҙең балалар, Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары, Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты башҡорт, рус, татар, үзбәк, мари, сыуаш, әрмән телдәрендә сәләмләне. Гимназия уҡыусыһы Гөлминаз Хәсәнова республика башлығына “Урал батыр” эпосын башҡорт һәм инглиз телендә уҡып ишеттерҙе.
Радий Хәбировты беҙҙең район вәкилдәренең, атап әйткәндә, балаларҙың төрлө милләттәрҙән булыуы һәм һәр ҡайһыһы үҙ телендә сәләмләүе һоҡландырҙы. Был ҡыҫҡа ғына сығыштан да районыбыҙҙың күп милләтле булыуын һәм уларҙың һәр ҡайһыһына берҙәй иғтибар бирелеүен күҙалларға була ине.
Ике көн дауамында барған эшлекле форум Урал аръяғын киң танытыуға, уға инвестициялар йәлеп итеүгә мөмкинлектәр асты.