Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2019, 18:00

Әсә хистәре – һүрәттә

Әсәлек – һәр ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерендә иң бәхетле һәм ижади мәлдәрҙең береһе. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “Әсәлек таланттар аса” тип аталған һәүәҫкәр рәссам ҡатын-ҡыҙҙарҙың күргәҙмәһен үткәрҙе.

Әсәлек – һәр ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерендә иң бәхетле һәм ижади мәлдәрҙең береһе.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “Әсәлек таланттар аса” тип аталған һәүәҫкәр рәссам ҡатын-ҡыҙҙарҙың күргәҙмәһен үткәрҙе.
Был матур ижади сарала ҡатнашырға сабыйы донъяға килеүе тормошон үҙгәрткән, ә яңы хис-тойғолары һынлы сәнғәттә сағылыш тапҡан әсәйҙәр – бөтә республиканан һәүәҫкәр рәссамдар саҡырылған ине.
Күргәҙмәгә төбәк етәк-сеһенең тормош иптәше Каринэ Хәбирова башланғыс биргән. Ул үҙе лә әсәй булғас һүрәт төшөрөү менән мауығып киткән һәм күп кенә фекерҙәштәр тапҡан икән.
“Белеүемсә, күп ҡатындар әсә булырға йыйынғанда йә сабыйы тыуғас, һүрәт төшөрә башлай. Ундай әсәйҙәр беҙҙә бик күп. Үҙем булған һәр районда мин рәссамдар, һәүәҫкәрҙәр менән танышам. Шуға ла бындай ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү теләге тыуҙы”, – ти ул.
“Әсәлек таланттар аса” күргәҙмәһе махсус белеме булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижади һәләттәрен күрһәтергә, шулай уҡ яңы таланттар асырға мөмкинлек бирҙе. Беҙҙең райондан бындай әһәмиәтле сарала ҡатнашыу хоҡуғына ике бала әсәһе Әлфирә Ридель эйә булды. Әлфирә үҙен белә-белгәндән һүрәт төшөрөргә ярата икән.
– Мәктәптән һуң Сибай ҡалаһындағы сәнғәт училищеһына уҡырға барҙым. Аҙаҡ, диплом алғас, оҙаҡ ҡына йылдар район үҙәгендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыттым. Һүрәт төшөрөргә яратам, ҡыҙым Карина ла, миңә оҡшап, һүрәтте оҫта эшләй, һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһына.
Ҡабатланмаҫ күргәҙмә сиктәрендә мин Өфө ҡалаһында уҙғарылған ижади вернисажға саҡырыу алдым. Унда һәүәҫкәр рәссам-әсәйҙәрҙең эштәре күрһәтелде. Шундай оҫта итеп һүрәт төшөргән ҡатындар – ябай әсәйҙәр йә әсәй булырға йыйынған ҡатындар. Картиналар акварель, гуашь, пастель, балауыҙ аҡбур, төҫлө йә ябай ҡәләм менән төшөрөлгән. Үлсәме һәм темаһы буйынса ла сикләүҙәр юҡ. Күргәҙмә барған ваҡытта милли симфоник оркестрҙың уйнауы ла сараға ниндәйҙер сихрилек, кәйеф өҫтәне. Ойоштороусылар тарафынан әсәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре әҙерләнеүе лә айырым иғтибарға лайыҡ булды. Оҫталар менән бергә беҙ ҡабатланмаҫ брошкалар, биҙәүестәр эшләнек, ҡурсаҡтар тектек. Был ваҡытта кескәйҙәрҙе һүрәт төшөрөү оҫталығына өйрәттеләр.
Был матур күргәҙмәне Каринэ Владимировна Хәбирова ойошторҙо. Саранан һуң ул беҙҙе ресторанға сәйгә саҡырҙы. Унда беҙ иркенләп, тартыныуһыҙ ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙ хаҡында һөйләшә алдыҡ. Каринэ Владимировна конкурста ҡатнашыуыбыҙ өсөн рәхмәт әйтте. Беҙ ҙә матур һәм әһәмиәтле сарала ҡатнаша һәм үҙебеҙ кеүек ижадҡа ғашиҡ башҡа әсәйҙәр менән аралаша алыуыбыҙ өсөн ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерҙек.
Ошондай сарала ҡатнашыуым тәүге тапҡыр булды, әммә һуңғыһы түгелдер, тип уйлайым. Унан илһам, дәрт алып ҡайттым. Мәртәбәле күргәҙмәлә ҡатнашырға ярҙам иткәндәре өсөн “Ғаилә” үҙәге белгестәре Е.А. Шарова һәм и О.А. Танаеваға рәхмәтлемен, – ти Әлфирә Айрат ҡыҙы.
Эйе, әсәлек, ысынлап та, таланттарҙы аса, үҫтерә. Улай ғына ла түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙың ысын йөҙөн аса, ышанысын арттыра һәм йәшәтә...
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Фото шәхси архивтан алынды.
Читайте нас: