Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2019, 19:15

Эш сәфәре менән

Уҙған йәкшәмбелә Йылайыр ауылындағы Преображенск баҡыр иретеү заводы биләмәһендә ойошторолған “Архитектура эҙҙәре – 2019” республика фестивален йомғаҡлау сиктәрендә, беҙҙең районға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе А.Г. Сидякин килде.

Уҙған йәкшәмбелә Йылайыр ауылындағы Преображенск баҡыр иретеү заводы биләмәһендә ойошторолған “Архитектура эҙҙәре – 2019” республика фестивален йомғаҡлау сиктәрендә, беҙҙең районға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе А.Г. Сидякин килде.
Эш сәфәре башында Александр Геннадьевич район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин оҙатыуында Йылайыр ауылы Ленин урамында урынлашҡан 115-се күп фатирлы йорттағы ремонт барышы менән танышты, унда йәшәүселәр менән аралашты. Артабан ул Йылайыр ауылы Голубцов урамында яңыраҡ булдырылған ял паркын ҡараны, уны артабан төҙөкләндереү, уңайлы, матур итеү буйынса үҙ кәңәш-теләктәрен еткерҙе.
Шәхси эшҡыуар А.Н. Макаровтың етештереү базаһында БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урман әҙерләү, эшкәртеү тармағында көс түгеүсе эшҡыуарҙар менән осрашты. Эшлекле һөйләшеү барышында районда был тармаҡтың артабанғы үҫеше, етештерелгән продукция исемлеген һәм һатыу баҙарын киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.
“Архитектура эҙҙәре-2019” республика фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашып һәм уларҙың проект-тары менән танышып сыҡ-ҡандан һуң, А.Г. Сидякин йәш архитекторҙарҙың эшенә юғары баһа бирҙе һәм артабан да ижади уңыштар теләне.
– Үҙенсәлекле тәбиғәтле һәм архитектура ҡомартҡыларына бай Йылайыр еренә туристарҙы йәлеп итеү йәһәтенән мөһим сараларҙың береһе һаналған был фестиваль мотлаҡ йыл да үткәрелергә тейеш тип иҫәпләйем. Республиканан финанс ярҙамы буласаҡ, – тине Александр Геннадьевич.
З. Һиҙиәтова.
В.Климов фотоһы.
Читайте нас: