Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2019, 12:07

Территориаль комиссия документтарҙы ҡабул итеүҙе тамамланы

Райондың территориаль һайлау комиссияһы урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутат-лыҡҡа күрһәтеү һәм теркәлеү өсөн документтарҙы ҡабул итеүҙе тамамланы.

Райондың территориаль һайлау комиссияһы урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутат-лыҡҡа күрһәтеү һәм теркәлеү өсөн документтарҙы ҡабул итеүҙе тамамланы.
Кандидаттарын күрһәтеү буйынса үҙҙәренең йыйылыштарын һәм конференцияларын үткәреүҙәре хаҡында 7 сәйәси партия белдерҙе, бер мандатлы һайлау округтарынан күрһәтелгән кандитаттарҙы теркәү исемлегенә 7 партия документ тапшырҙы.
Райондың 13 ауыл биләмәһенән 106 депутат мандатына 223 кеше дәғүә итә. Шуларҙың 96-һы “Берҙәм Рәсәй” партияһынан, 5-һе – КПРФ-тан, 4-һе – ЛДПР-ҙан, 9-ҙы – “Рәсәй патриоттары” партияһынан, 1-һе – “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһынан, 2-һе – “Яблоко” партияһынан, 1-һе – Рәсәй пенсионерҙары партияһынан, 112-һе – үҙ аллы күрһәтелгәндәр. Бөтә биләмәләрҙә бер депутат мандатына 2-шәр кандидат дәғүә итә, ләкин 5 ауыл биләмәһенең 7 округында икәүҙән күберәк күрһәтелгән кандидаттар ҙа бар.
17 июль көнөнә территориаль һайлау комиссияһы ҡарары менән 223 кандидаттың 155-е теркәлгән. Эш төркөмө депутатлыҡҡа кандидаттарҙың ғаризаларында күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн, шулай уҡ ҡултамғалы биттәрҙең һайлау ҡануниәтенә тап килеүен тикшереү эштәрен дауам итә.
Г. Бегун,
Йылайыр районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.
Читайте нас: