2004 йылдың 1 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында террорсылар 1-се мәктәпте баҫып алып, өс көнгә яҡын 1 меңдән ашыу кешене миналар һалынған бинала заложник итеп тота. Теракт һөҙөмтәһендә 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы – балалар). Ошо тетрәндергес ваҡиғаға быйыл 15 йыл тулды.
Террористар ҡулынан һәләк булғандарҙы иҫкә алып йыл да тотош ил кимәлендә хәтер акциялары ойошторола.
Бөгөн Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәре депутаттар, төрлө ведомство вәкилдәре менән берлектә түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторҙо. Осрашыу барышында интернетта террор һәм экстремизм идеологияларына ҡаршылыҡ күрһәтеү, йәштәр менән профилактик эште көсәйтеү мөһимлеге билдәләнде.
Илдең күп төбәктәрендә 3 сентябрҙә терроризм ҡорбандарын иҫкә алып шәмдәр яндырыла, һауаға аҡ күгәрсендәр осорола. Өфөлә хәтер көнөндә 334 ҡош күккә юлланды. Һәр күгәрсен «Беслан балаларына» бағышланған. Хәтер – мәңгелек.
Бар ил халҡын зар илатҡан бындай фажиғәләр бүтән ҡабатланмаһын ине.