Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 15:34

Көн менән төн тигеҙләшәсәк

Дүшәмбе, 23 сентябрҙә, төшкө сәғәт 12.49-ҙа көҙгө көн менән төн тигеҙләшә. Бындай хәл йылына ике тапҡыр ҡабатлана. Көн менән төндөң тигеҙләшеүе Ҡояш планетаның тап экваторы өҫтөндә урынлашҡас барлыҡҡа килә. Был көндәрҙә Төньяҡ һәм Көньяҡ ярым шарҙар яҡынса бер үк миҡдарҙа ҡояш яҡтылығы ала. Көн менән төн тигеҙләшкәндә генә ҡояш нәҡ көнсығыштан ҡалҡа һәм тура көнбайышта байый.

«Барлыҡ оҙаҡҡа һуҙылған эштәрҙе тамамлау, йәмәғәт лидерҙары, практик мәсьәләләрҙе яҡшы хәл итеү, пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы осор башлана», — тиҙәр был көн тураһында астрологтар.
Шулай уҡ яңы эш көнө иртәһендә пландар яҙырға, медитация менән шөғөлләнергә йәки саф һауала йөрөргә кәңәш ителә.
Көҙгө тигеҙләнеш – астрономик көҙҙөң башланыуы ул. Был көндә бөтә Ер шарында көн менән төн оҙайлығы бер тигеҙ – 12-шәр сәғәт.
Зөбәржәт Салауатова.
Читайте нас: